Кәрәк була:
Ҡамырына:
Һыу — 200 мл.
Үҫемлек майы — 2 аш ҡ.
Он — 200 г.
Тоҙ - семтем.
Эслегенә:
Фарш — 500 г.
һуған — 2 шт.
Кишер — 1 шт.
Һарымһаҡ — 3 тырнаҡ.
Тоҙ, приправалар - тәменсә
Заправкаһы:
Ҡуйы булмаған ҡаймаҡ — 150 г.
Укроп — пучок.
Йомортҡа — 2 шт.
Сыр — 100 г.
Ҡамыр: Ҡайнар һыуға май һәм он һалып, башта ҡалаҡ менән болғап, унан ҡул менән баҫабыҙ.
Эслегенә: Һуғанды ярым ҡулсалап ҡырҡабыҙ, кишерҙе ҡырғыстан ҡырабыҙ һәм табала ҡыҙҙырабыҙ, фарш, һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. Тоҙ, тәмләткестәр һалып, табаның ҡапҡасын ябып, быҡтырып алабыҙ.
Ҡамырҙы 5 киҫәккә бүлеп, йоҡа итеп йәйеп, фарш һалып рулет яһайбыҙ.
Өҫтөнә ҡойорға заправка: Ҡаймаҡты ваҡланған укроп һәм йомортҡа менән бутап, сыр өҫтәп , рулеттарға ҡоябыҙ.
Рулеттарҙы 200 градуслы духовкала йөҙө килгәнсе бешереп алабыҙ. Кетерләп кенә тора, ныҡ тәмле килеп сыға.
https://vk.com/topic-23747558_39815817