Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
26 Ғинуар 2025, 14:34

Әсәлек капиталы артасаҡ

2025 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталының дөйөм күләме 912 мең һум була.

Әсәлек капиталы артасаҡӘсәлек капиталы артасаҡ
Әсәлек капиталы артасаҡ

1 февралдән әсәлек капиталы 9,5 процентҡа арттырыла. Беренсе балаға сертификат - 690 мең һум. Ә икенсеһе тыуған осраҡта тағы 222 мең һум. Әгәр ғаилә беренсе балаға сертификат алмаған икән, икенсеһе тыуғас, 912 мең һум түләнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың 1 ғинуарынан 18 йәшкә ҡәҙәрге ике һәм унан да күберәк балаһы булған рәсәйҙәр, әгәр ғаиләнең йән башына уртаса керем күләме мөрәжәғәт итеүсе йәшәй торған төбәктә билдәләнгән йән башына йәшәү минимумының 1,5 тапҡырҙан артмаһа, дәүләттән йыллыҡ ғаилә түләүенә иҫәп тота ала. Тейешле законға Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

 

 

 

Әсәлек капиталы артасаҡ
Әсәлек капиталы артасаҡ
Автор:
Читайте нас