Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
28 Ғинуар 2025, 16:33

Балалар менән эшләү - уларҙың булмышы

«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» һөнәри оҫталыҡ конкурсының мунициапль этабы үтте.

Балалар менән эшләү - уларҙың булмышыБалалар менән эшләү - уларҙың булмышы
Балалар менән эшләү - уларҙың булмышы

Йыл уҡытыусыһы конкурсы Бишбүләк 1-cе урта мәктәбендә старт алғайны. Унда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында эшләүсе алты тәрбиәсе һәләттәрен күрһәтеп, үҙҙәрен һынап ҡарарға булды. Бөгөн иһә улар муниципаль конкурс шарттарына ярашлы, оҫталыҡ дәрестәрендә балаларҙы уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә үҙҙәренең иң яҡшы тәжрибәләрен һәм инновацион алымдарын күрһәттеләр. Һәр тәрбиәсе-педагог әҙерләгән оҫталыҡ дәресе тәжрибә, ижади идеялар һәм методикалар менән уртаҡлашыу өсөн уникаль мөмкинлеккә әйләнде. 

Үҙ һөнәренә тоғро булған тәрбиәселәр балаларҙы ҡыҙыҡһындырырҙай, мауыҡтырғыс уйын формаһында дәрестәр әҙерләгәйне. «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла район үҙәгенән: А.И.Ефимова Э.Р.Әхмәтова "Улыбка",  Р.Х.Хисамова һәм С.В.Макеева "Умка", Л.Ш.Зарипова һәм О.И.Сәйетова "Журавушка", Н.Ф. Хисаметдинова "Дюймовочка".  

Был конкурс һәләтле педагогтарҙы асыҡлау өсөн майҙансыҡ ҡына түгел, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында белем биреү сифатын яҡшыртыуға мөһим аҙым да булды. Кескәйҙәр күңеленә изгелек орлоҡтарын һалыусы педагогтарға артабан уңыштар теләйбеҙ. 

 

 

Балалар менән эшләү - уларҙың булмышы
Балалар менән эшләү - уларҙың булмышы
Балалар менән эшләү - уларҙың булмышы
Балалар менән эшләү - уларҙың булмышы
Балалар менән эшләү - уларҙың булмышы
Автор:Гумерова Л
Читайте нас