Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ғинуар , 14:08

Һәләкәткә осраған самолетта билдәле фигуристар ҙа булған

Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, Вашингтонға осҡан пассажир самолеты Black Hawk хәрби вертолеты менән бәрелешкән.

Һәләкәткә осраған самолетта билдәле фигуристар ҙа булған
Һәләкәткә осраған самолетта билдәле фигуристар ҙа булған

Америка Ҡушма Штаттарында һәләкәткә тарыған самолетта Рәсәй фигуристары — 1994 йылда фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпиондары Евгения Шишкова һәм Вадим Наумов булған. Был хаҡта РИА Новости хәбәр итә.

Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, Канзастан Вашингтонға осҡан пассажир самолеты Black Hawk хәрби вертолеты менән бәрелешкән. American Airlines авиакомпанияһы рейсы бортында – 60 пассажир һәм 4 экипаж ағзаһы, вертолетта 3 хәрби булған. Борт Рональда Рейган аэропорты янындағы Потомак  йылғаһына ҡолап төшкән.

Фажиғә лайнер аэропортҡа төшөргә бер нисә минут ҡалғас теркәлгән. Ҡотҡарыу операцияһына һалҡын һауа торошо һәм һыуҙың температураһы түбән булыуы ҡамасаулай. Йылғала 19 кешенең кәүҙәһе табылған.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Һәләкәткә осраған самолетта билдәле фигуристар ҙа булған
Һәләкәткә осраған самолетта билдәле фигуристар ҙа булған
Автор:
Читайте нас: