Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
10 Февраль 2025, 02:51

300-ҙән ашыу фермер «Агростартап» грантын алған

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекты буйынса бирелгән «Агростартап» грантына алты йылда Башҡортостан Республикаһының 333 фермеры лайыҡ булды. Был хаҡта төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр ителә.

300-ҙән ашыу фермер «Агростартап» грантын алған300-ҙән ашыу фермер «Агростартап» грантын алған
300-ҙән ашыу фермер «Агростартап» грантын алған

Башҡортостан фермерҙары дөйөм етештереү күләменән 36 процент бойҙай, 32 процент көнбағыш, 22 процент шәкәр сөгөлдөрө, 6,5% картуф һәм йәшелсә, 5,7 процент ит һәм 11 процент һөт етештерә. Тапшырылған грантты төрлө ҡорамал, ауыл хужалығы техникаһы, мал, ер, бина, ҡоролма, ауыл хужалығы производствоһын алып барыу өсөн биналар һатып алыуға, шулай уҡ производство һәм келәт биналарын төҙөүгә, рәтләүгә, яңыртыуға, ҡайтанан йыһазландырыуға һәм башҡа маҡсаттарға йүнәлтергә мөмкин ине.

– Уҙған йылда фермерҙар яҡынса 30 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештергән, ул республика күләмендәге производствоның 13 проценттан ашыуын тәшкил итә. Был тармаҡта күрһәткестәрҙең артабан да үҫеүенә иҫәп тотабыҙ. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “Агростартап” программаһы яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға уңышлы эшләп китергә ярҙам итте, – тип билдәләне Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужа министры Илшат Фәзрахманов.

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проектының (нацпроект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») маҡсаты – бизнесҡа идеянан алып киңәйтеүгә һәм экспортҡа сығыуға тиклемге һәр үҫеш осоронда ярҙам итеү. Ошо милли проект буйынса эш 2019 – 2024 йылдарҙа алып барылды. 2025 йылдан Президент Владимир Путиндың ҡарары буйынса Рәсәйҙә яңыртылған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланды.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Сығанаҡ:bashgazet.ru

300-ҙән ашыу фермер «Агростартап» грантын алған
300-ҙән ашыу фермер «Агростартап» грантын алған
Автор:
Читайте нас