Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
13 Февраля 2025, 06:42

Илһөйәрҙәр тәрбиәләйҙәр

Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбендә тарих hәм йәмғиәт белеме уҡытыусыларының семинары үтте 

Илһөйәрҙәр тәрбиәләйҙәрИлһөйәрҙәр тәрбиәләйҙәр
Илһөйәрҙәр тәрбиәләйҙәр

Айыт ауылының Фәтих Кәрим исемендәге урта мәктәбендә тарих hәм йәмғиәт белеме уҡытыусыларының «Патриоттар үҫтерәбеҙ: уҡыусыларҙы дәрестә һәм дәрестән тыш осорҙа
гражданлыҡ-патриотик тәрбиәләүҙең һөҙөмтәле практикалары» тигән темаға район семинары уҙҙы.
Уҡыусыларҙы патриотик тәрбиәләү өсөн мәктәптә белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара ихтирамына, үҙ-ара яуаплылығына hәм педагогик, уҡыусы hәм ата-әсәләр йәмғиәтенең хеҙмәттәшлегенә нигеҙләнгән тәрбиә системаһы булдырылды; традицион дөйөм мәктәп саралары hәм ижади проекттар системаһы эшләнде; тәрбиә процесын ойоштороуға яңы ысулдар ҡулланыла hәм патриотик тәрбиә процесына заманса технологиялар индерелә. Йыл һайын уҡыусыларҙа патриотизмды үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө саралар үткәрелә: тематик класс
сәғәттәре, батырлыҡ дәрестәре, әҙәби-музыкаль композициялар, дәрес-презентациялар; Ватан, тыуған еренең күренекле кешеләре тураһында әңгәмәләр, «Yлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыу.
Бер генә сара ла тиерлек тыл хеҙмәтсәндәре, тол ҡатындар, һуғыш осоро балалары, хеҙмәт ветерандары, Афған һуғышсылары, СВО-ла ҡатнашыусылар менән осрашыуҙарһыҙ үтмәй. Бындай осрашыуҙар балаларҙың йөрәктәренә hәм күңелдәренә теләһә ҡайһы фильмдан йәки презентациянан яҡшыраҡ ҡағыла. Мәктәпте тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтыусылар менән осрашыуҙар үткәрелә. Ошондай осрашыуҙар ваҡытында уҡыусыларҙа патриотизм хисе hәм Ватанды һаҡлау бурысын үтәү кәрәклеге тәрбиәләнә. Мәктәп директоры Гөлнара Мөхтәсимова билдәләп үтеүенсә, мәктәптә уҙғарыла торған күп кенә саралар Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле. Тап бына ошо тема балаға Ватан, патриотлыҡ, ҡаhарманлыҡ, батырлыҡ, дуҫлыҡ хисе, үҙ-ара ярҙамлашыу кеүек төшөнсәләрҙе аса. Тап бына ошондай миҫалдарҙа балалар беҙҙең Бөйөк Ватаныбыҙ менән ғорурланалар, өлкән быуынды лайыҡлы алмаштырып үҫәләр. Уҡыусылар педагогтар етәкселегендә проект hәм тикшеренеү эшсәнлеге менән шөғөллөнәләр.
Семинар ҡунаҡтары 5-се класта «Спарта: халыҡтың төп төркөмдәре, йәмғиәт төҙөлөшө» (уҡытыусы Хафизова З.М.) hәм 10-сы класта «СССР мәғарифы. 1920 йылдарҙамилли сәйәхәт» (уҡытыусы Г.Н. Ниғмәтйәнова); 6-сы класта «Кешеләр араһында кеше» темаһы буйынса йәмғиәт белеме дәресе (уҡытыусы С.Г. Әминева) булды. Барлыҡ асыҡ дәрестәр ҙә, яңыртылған Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына тура килтереп, методик яҡтан дөрөҫ төҙөлгәйне.
Семинар барышында педагогтар мәктәп музейында булды, унда мәктәптең барлыҡҡа килеү тарихы, мәктәпте тамамлаган атаҡлы уҡыусылар менән таныштылар (етәксе Л.Р. Көҫәпҡолова). «Беренселәр хәрәкәте» кураторы Р.Ф. Ғәйнетдинова «СВО ҡатнашыусылары өсөн паракордтан иҫән ҡалыу беләҙеген үреү» тигән оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Семинарҡунаҡтарына иҫән ҡалыу беләҙеген үрергә тәҡдим иттеләр. Улар Еңеүгә үҙ өлөштәрен индерәләр!

Семинар барышында Ватанды һаҡлаусылар йылын асыуға hәм әхлаҡи ныҡлыҡ, ихтыяр, милли ғорурлыҡ, уҡыыусыларҙың гражданлыҡ дәрәжәһен формалаштырыуға бағышланған «Бер ил, бер яҙмыш», тип аталған кластан тыш сараһы уҙҙы. Балалар Рәсәй Федерацияһы Гимнын hәм Башҡортостан Республикаһы Гимнын  дәррәү башкарҙылар. Шайморатов класы генерал М. Шайморатовҡа бағышланған гимнды рус hәм башҡорт телдәрендә башҡарҙы. Уҡыусылар Фәтих Кәримдең патриотик шиғырҙарын яттан һөйләне. «Йәш
Рәсәй бөркөттәре» хәрби йыр башҡарҙы. Бейеү номерҙары ла бар ине. Барлыҡ сара уҡыусыларҙың илһөйәрлек рухы hәм гражданлыҡ яуаплылығы менән һуғарылғайны.

Семинар һөҙөмтәләре буйынса асыҡ дискуссия булды. Айыт мәктәбе уҡытыусылары коллегаларынан юғары баһа алды. Барлыҡ саралар ҙа юғары профессиональ дәрәжәлә үткәрелеүе, уҡытыусыларҙың балалар менән патриотик эш тәжрибәһен күрһәтеүҙәре, төрлө педагогик технологиялар ҡулланыуҙары билдәләп үтелде. Балалар әүҙем ҡатнашты һәм үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Мәктәп директоры Г.Н. Мөхтәсимоваға hәм мәктәптең барлыҡ педагогик коллективына йылы ҡабул иткәндәре, семинарҙы юғары методик дәрәжәлә ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Ирина ИГНАТЬЕВА,
тарих hәм йәмғиәт белеме уҡытыусыларының район методик берләшмәһе етәксеһе, Бишбүләк 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор фотоһы.

Илһөйәрҙәр тәрбиәләйҙәр
Илһөйәрҙәр тәрбиәләйҙәр
Автор:
Читайте нас