Арабыҙҙа бар тештәре лә һау-сәләмәт булыуы менән маҡтанырҙай кешеләр бик һирәк. Ваҡыт уҙыу менән тештәрнең торошо үҙгәрә һәм уларҙы тәртипкә килтерер өсөн без табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Стоматолог хеҙмәтенә һорау һәр ваҡыт булды, ә бөгөнгө йәмғиәттә ул бигерәк тә популяр. Әйтергә кәрәк, стоматологның эше мөһим һәм халыҡ өсөн бик тә кәрәкле. Шуға күрә лә район үҙәгендәге “Дентал Стандарт” клиникаһына мөрәжәғәт итеүселәр күп.
Шәхси клиника етәксеһе Ирек Ғәлимуллин мәктәпте тамамлағандан һуң, теш табибы булырға ҡарар итә.
- Бишбүләк 2-се урта мәктәбендә уҡып урта белем тураһында таныҡлыҡ алдым, артабан ВЛКСМ-дың 15-йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институтының стоматология факультетына бюджет нигеҙендә уҡырға индем һәм уны 1995 йылда ҡулға диплом алдым һәм шулай уҡ интернатураны тамамланым. 2011 йылда Бишбүләк үҙәк дауаханаһында балалар табибы-стоматологы булараҡ хеҙмәт юлымды башланым. Миңә Мәскәү ҡалаһының шәхси клиникаларында ла эшләргә тура килде, - тип һөйләй Ирек Ғәлимуллин.
Ярайһы тәжрибә туплағандан һуң, ул 2014 йылда район үҙәгендә заманса медицина стандарттарына тура килерҙәй шәхси стоматология клиникаһын асҡан. Бында заман талаптарына яуап бирерҙәй аппаратура бар: өс стоматология ҡоролмаһы, радиофизиограф, имплантология өсөн йыһаздарҙың тулы комплекты. Матди-техник база даими рәүештә яңыртыла. Күптән түгел пациент өсөн уңайлы эргономик кресло, ЖК мониторлы һәм ауыҙ эсендә күрһәтелә торған видеокамералы яңы стоматологик ҡоролма һатып алғандар. Дауаланыу ваҡытында пациент, процедураларҙан ҡурҡмаһын өсөн, ниндәй ҙә булһа видеофильм ҡарай ала.
Заманса стоматология тиҙ үҫеш ала, яңы технологияларҙы ҡулланыу өсөн квалификацияны гел күтәреп торорға кәрәк. Ун йылдан артыҡ эшләүсе “Дентал Стандарт” тештәрҙе дауалау, протезлау, имплатанциялау, хирургик манипуляция, эстетик стоматологияның заманса ысулдары ҡулланыла.
- Хәҙер ауыртыуһыҙ дауаларға, алырға, реставрацияларға була. Барынан да бигерәк, беҙ тештәрҙе һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Әгәр ҙә был мөмкин булмаһа, уны хирургик ысул менән - имплантация менән тергеҙергә мөмкин. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ, - ти, табип-стоматолог.
Үҙенең хеҙмәте осоронда Ирек Ғәлләнур улы бик күп Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Һөнәри оҫталығы, хеҙмәт уңыштары өсөн Рәсәйҙең Стоматология ассоцияһы исеменән I һәм II дәрәжә “Стоматогия өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” ордены, шулай уҡ “Стоматология отличнигы” миҙалы менән бүләкләнгән.
Стоматолог табиптың төп ярҙамсыһы – уның ҡатыны Гөлнара. Ул һәр пациентты йылмайып ҡаршы ала, килеүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
Ирек Ғәлимуллин районда йәшәүселәрҙең генә хөрмәтен яуламаған, ә уға яҡын-тирә райондарҙан, Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларынан да теш дауалатырға киләләр. Аҙнаның ҡайһы ғына көнө булмаһын, килиниканан һәр ваҡыт пациенттар өҙөлмәй. Кемдер алдыра, кемдер дауалай кемдер теш протездары ҡуйҙырта. Ә бер ваҡыт бында тешен дауалатҡан кеше, табипҡа ышанғанға күрә, яңынан килә һәм ғаилә дә алып килә. Ни тиһәң дә, ғаилә пары үҙ сәләмәтлеге тураһында ҡайғыртыусы пациенттарҙың мәнфәғәтен иҫәпкә алып эшләй.
Ғәлимуллиндар ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Динара атаһы юлынан китеп, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, “врач-анестезиолог-реаниматолог” һөнәре буйынса ординатурала уҡыған. Хәҙерге ваҡытта БДМУ клиникаһында эшләй. Улдары Тимур – УГНТУ-ның III курс студенты.
Чынлап та, кайсы көнне генә барсаң да, теш дәвалау бүлегендә чиратларның бетеп торганы юк. Кемдер алдыра, кемдер дәвалата, кемдер куйдырыу артыннан йөри. Галимуллиннарның клиникасында бер тапкыр тешен давалаткан кеше янә килә, чөнки аңа ышаналар.
Гаилә пары сәламәтлеген кайгыртучы һуң, райондашларның мәнфәгатьләрен игьтибарга алып эшли. Тәжрибәле врач-стоматолог, ортопед һәм рениматолог Ирек Ғәлләнур улы тиз арада район халкының ихтирамын яулаган кеше. Эштән бушаган чорда, жәйге отпускылар вакытында. алар гаиләләре белән аралашалар, Башкортстанның күркәм тәбигате буйлап сәяхәт итәләр
- Беҙ һәр пациенттың һөҙөмтәһенә шатланабыҙ, ап-аҡ йылмайыуҙарға, таҙа тештәрҙең тигеҙ рәттәренә ҡарап һоҡланабыҙ. Тештәр менән барыһы ла тәртиптә булһа, кешенең үҙ-үҙенә ышанысы арта. Әгәр өмөт бағлап килгән кеше беҙҙең эшебеҙҙән ҡәнәғәт булып, йылмайып сығып китә икән – күңелгә рәхәт булып ҡала.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Шәхси архивтан алынған фото.