Беҙҙең үткәндәребеҙҙә үҙенсәлекле даталар бар, яугир-интернационалистар өсөн бындай дата Афғанстанда хеҙмәт итеү йылдары булды. 1989 йылдың 15 февралендә Афғанстанда совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты командующийы генерал-лейтенант Борис Громов бронетранспортерҙан һикереп төшөп, Афғанстанды Советтар Союзынан айырған Амударья йылғаһы аша күперҙе йәйәүләп уҙғане. Афғанстан Демократик Республикаһынан совет ғәскәрҙәрен сығарыу символик рәүештә тамамланды.
Яҡташыбыҙ Әсҡәт Садров — әлеге ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың береһе. Ул үҙенең хәрби бурысын лайыҡлы үтәгән.
— Беҙ дүртәү инек. Айыттан Рәфис Гәрәев, Уҫаҡ-Кисеүҙән Азат Тәхауов hәм — Дүсәндән минең класташым Илдар Сәмиғуллин. Беҙҙе Бишбүләк хәрби комиссариаты аша 1984 йылдың 16 октябрендә саҡырҙылар, — тип иҫкә ала әңгәмәсебеҙ. – Башвоенкоматтың йыйыу пунктында егеттәрҙе икһеҙ-сикһеҙ илдең төрлө хәрби чәстәренә бүлделәр.
Өс ай ярым йәш һалдат Төркмәнстандың Иолотань ҡалаһында хәрби частәрҙең береһендә белем алып, башланғыс хәрби әәерлек heм ҡыҫҡа ваҡытлы уҡыу курсын үтеп, билдәһеҙ һуғышҡа китә. Башланғыс хәрби әҙерлек тураһында һөйләгәндә Әсҡәт, Дүсән урта мәктәбен тамамлаусыларҙың күбеһе кеүек үк, НВП етәсеһе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Мәғсүм Ғәзиз улы Ҡәйүмов тураһында йылы һүҙҙәр әйтә, ул үҙ уҡыусыларында патриотизм, батырлыҡ hәм ҡаһарманлыҡ хистәре тәрбиәләй алған. 1985 йылдың 1 февралендә йәштәр даими дислокация урынына килә. Ҡышҡы ҡарлы февралгә өйрәнгән йәш егеттәрҙең күҙ алдына ҡомло киңлектәр асыла. Климат ҡырыҫ: көндөҙ эҫе, төндә һалҡын. Әсҡәт «дембель»гә ҡәҙәр Джелалабад ҡалаһында десант-штурм батальонында хәрби хеҙмәт үтә. Батальондың исеме үҙе үк һөйләй.
Яҡташтарыбыҙҙың ниндәй һуғышсан бурыстар үтәгәнен күҙ алдына килтереүе ауыр түгел. Яҡташыбыҙ был теманы иҫкә төшөрөргә һәм һөйләргә яратмай. Беҙ уның батырлығын самалай ғына алабыҙ. Уның н яраланыуы hәм хәрби госпиталдә ҡыҫҡа ваҡытлы дауаланыу тураһында беҙ осраҡлы ғына белдек. Беҙҙең егеттәрҙең был һуғыш өсөн ниндәй хаҡ түләгәндәре бары тик уларға ғына — интернационалист-яугирҙәргә генә билдәле. Йыл һайын һуғышсы-интернационалистар көнөндә ветерандар бергә йыйыла. Әсҡәт, тыуған яғына ҡайтҡанда, дуҫы Азат Тәхәуов менән күрешргә тырыша. Осраҡлы рәүештә беҙҙең герой утыҙ йылдан һуң «учебка»ла танышҡан егеттәр менән осрашҡан, улар уны инде иҫән, түгелдер тип уйлаған. Хәтергә алырлыҡ нәмәләр күп булған. Ветерандар артабан да бәйләнештә булырға килешкәндәр. Бына был ысын һуғышсан туғанлыҡ, исмаһам.
Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, Әсҡәт Әхмәтнияз улы Өфөнөң «Промсвязь» заводына эшкә урынлаша. 36 йыл бер предприятиела эшләп, юғары хеҙмәт уңыштарына ирешә, ябай эшсе булып эшләй башлай hәм, ихтирам, абруй ҡаҙанып, мастер hәм участок начальнигы дәрәжәһенә ирешә. Тормошта ул үҙ яртыһын — күрше Татарстандан килгән сибәр ҡыҙҙы осратҡан. 1990 йылда Әсҡәт менән Дилбәр өйләнешә. Улдары Тимур, килендәре, балалары Кәрим, Камила hәм Әнүәр ата-әсәләрен уңыштары менән һөйөндөрә, — ти eбей менән бабай
Ғази МӨХӘМӘТОВ.
Фото Садровтар ғаиләһе архивынан.