Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Февраль , 00:00

Бөгөн дә сафта

Бишбүләк ауылынан яугир-интернационалист, хеҙмeт ветераны Иван Васильевич Кириллов — актив гражданлыҡ позицияһына эйә hәм үҙ иленең патриоты  

Бөгөн дә сафта
Бөгөн дә сафта

Бөгөнгө көндә район ирекмәнлек хәрәкәтенең «Барыһы ла фронт өсөн — Бишбүләк» төркөмөндә һигеҙ йөҙҙән артыҡ кеше иҫәпләнә, алар кoн саен кyпкырлы ярдeм кyрсeтy белeн шoгыльлeнyлeр, oченче ел сугышучы якташларына махсус хeрби операциядe катнашалар. Улар —еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур ярҙам күрһәтә.

— Уҙған йыл аҙаҡында «Валерия» медицина үҙәгендә лә ҙур булмаған волонтерлыҡ пункты барлыҡҡа килде, — ти хеҙмәт ветераны 64 йәшлек Иван Васильевич Кириллов. — Бында маскировка селтәрҙәре үреү өсөн беҙҙең Загородная урамынан көн һайын унлап ҡатын-ҡыҙ килә. Улар араһыннан мин иң әүҙемдәрен атай алам — былар Юлия Анисимовна Тихонова, Валентина Власовна Герасимова, Рима Сафуан ҡыҙы Харисова. Шул иҫәптән, әлбиттә, минең яратҡан ҡатыным Зинаида Аркадиевна ла. 2024 йылдың ноябрендә ул минән маскировка селтәре үреү өсөн станок яһап биреүемде һораны. Беҙ уны ярҙамсым Владимир Кондратьев менән бик тиҙ яһаныҡ.

Мин дөйөм мәғлүмә саралары аша, тәү сиратта, яңылыҡтар менән танышып  барам һәм Рәсәй территорияһын Украина милләтселәренән азат итеү буйынса МХО барышын иғтибар менән күҙәтәм. Быға аңлатма бар. Мәҫәлән, беҙҙең «Дрон» позывнойлы туғандан туған энебеҙ 2022 йылдан Донецк Халыҡ Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Минең «Серьга» позывнойлы туғаным да шунда йөрөй.

Рәсәй Федерацияһында 2025 йыл Ватанды һаҡлаусылар йылы, тип иғлан ителде. Беҙҙең Иван Кириллов менән осрашыуыбыҙ тап бына Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу көнө алдынан булды. Ул 1979 йылдан 1981 йылға ҡәҙәр СССР Ҡораллы Көстәре составында 1978 йылдың 27 апрелендә булған Афған халҡының демократик апрель революцияһын яҡлау буйынса интер-милли бурысын үтәгән.

 — Ҡырыҡ биш йыл элек мин тыуған ауылым Тельман ауыл Советыныn Алексеевка ауылыннан Совет Армияһына алындым, — тип даум итә Иван Васильевич. — Бишбүләк районы хәрби комиссариатынан беҙ Елбулак-Матвеевканан Владимир Назаров, Бишбүләктән Владимир Васильев hәм Владимир Яковлев, Баҙлыҡтан Борис Иванов менән бергә киттек. Беҙ Төркөстан хәрби округының Кушка ҡалаһында ғәләмәт ҙур Советтар Союзыныn иң көньяҡ нөктәһенә эләктек. Барлыҡ йәш һалдаттарҙыҡы кеүек үк, карантин булды, hәм 29 июлдә беҙ Ватанға тоғролоҡ тураһында хәрби ант ҡабул иттек. Декабрҙең 10 -11-ҙәрендә беҙҙе барыбыҙҙы ла төндә тревога буйынса уяттылар, hәм беҙ тупланыу районына сыҡтыҡ. Бынан 1979 йылдың 29 декабрендә дивизия командиры генерал-майор Юрий Васильевич Шаталин командалыҡ иткән мотоуҡсылар дивизияһы составында механикалаштырылған колонна менән дәүләт сиген үттек. Ул баш БТРҙа барҙы, ә мин —өс кешелек экипаж менән БРДМ (бронированная разведка дозорная машина) йөрөтөүсеһе  булараҡ. Шиндант ҡалаһына барып иттек. Унда дивизиябыҙҙың хәрби ҡаласығы урынлашҡайны.

Ветеран яугир-интернационалист Афғанстанда хеҙмәт итеүҙең ике йылы, яғыулыҡ-майлау материалдары, аҙыҡ-түлек продукттары, хәрби hәм һуғыш кәрәк-яраҡтары төйәлгән колонналарҙы алып барырға тура килеүе тураһында ентекләп һөйләй. 1980 йылда Шаталин урынына комдив итеп һуғыш хәрәкәттәренгең алдағы йылдарында Афғанстанда совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты командующйые итеп билдәләнә. Генерал hәм Советтар Союзы Геройы була. Бөгөн  Бишбүләк тарихи-этнография музейында хәрби залдың бер витринаһында генерал Б. Громов үҙе ҡул ҡуйған Иван Кирилловтың хәрби машинаһы пропускаһы һаҡлана.

— Армиянан 1981 йылдың 28 июнендә ҡайттым, — тип тамамлай Иван Кириллов. — Эшләй башланым, 1987 йылда беҙ ҡатыным Зинаида Аркадиевна менән өйләнештек. Ҡыҙыбыҙ Анастасияны тәрбиәләп үҫтерҙек, ул беҙгә ике ейәнсәр — Полина менән Кириллды бүләк итте. Хаҡлы ялға сыҡҡас, балыҡ тотоу менән мауығам hәм балта эштәре менән шөғөлләнергә яратам. Беҙҙең емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары, шулай уҡ дүрт метрға һуҙылған матур себер кедрҙары үҫә торған баҡсабыҙ бар.

Һаубуллашҡанда мин ветеран яугир-афғансынан фотоға төшөү өсөн парадный костюм кейеүен үтендем. Уға наградалар тағылғайны. Юбилей миҙалдарынан тыш, улар араһында «Рәхмәтле Афған халҡынан һуғышсы-интернационалисҡа» миҙалы, шулай уҡ «Һуғышсы-интернационалисҡа» күкрәк билдәләре, Иван Кириллов 1984 йылда алған «СССР ВЛКСМ Yҙәк Комитетынан хеҙмәттәге отличие өсөн» күкрәк билдәләре айырылып торҙо.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Бөгөн дә сафта
Бөгөн дә сафта
Автор:
Читайте нас: