Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
17 Февраль 2025, 08:46

Гөлдәр тәрбиә ярата

Дөрөҫ ҡарамаған осраҡта, гөлдәр сирләй һәм ҡорой. Сирҙең сәбәбен асыҡлай алһаң, үҫемлектең ғүмерен оҙайтырға мөмкин.

Гөлдәр тәрбиә яратаГөлдәр тәрбиә ярата
Гөлдәр тәрбиә ярата

- Ҡышҡыһын бүлмә гөлдәренең урындарын йыш алмаштырмағыҙ. Сөнки япраҡтары яҡтыға борола. Йыш урын алмаштырғанда һабаҡтары ла зәғифләнә.

- Япраҡтарҙа көрән таптар барлыҡҡа килеү (тотоп ҡарағанда улар йомшаҡ була), һарғайып ҡойолоу, сереү - һыу артыҡ күп һибелеү билдәһе.

- Һыуҙы әҙ һибеү иһә япраҡтарҙа ҡоро көрән таптар барлыҡҡа килеүгә килтерә. Япраҡтар шиңергә, сәскә бөрөләре ҡойолорға мөмкин. Шулай уҡ һыуҙы артыҡ күп тә һипмәгеҙ. Һыу һибеп 2 – 3 сәғәт ваҡыт үтеүгә, һауыт төбөнә ҡуйылған тәрилкәләге һыуҙы түгегеҙ. 

- Бүлмә гөлдәренә сафлыҡ биреү өсөн уларға еңелсә балланған һыу һибеү яҡшы.

- Һалҡын һыу һипкәндә, япраҡтарҙа аҡ йәиһә һары таптар барлыҡҡа килә. 

- Япраҡ остарының көрән төҫкә кереүе һауаның артыҡ ҡоро булыуын күрһәтә һәм бындай хәл дә сәскә бөрөләренең ҡойолоуына килтерә. 

- Яҡтылыҡ  лә яараҡ ҡырыйҙары һарғая йәиһә көрән төҫкә инә. Унан һуң япраҡтар ҡойола башлай.

- Гөлдәргә һыу һибеү өсөн ҡулланылған һыу артыҡ ҡаты булғанда, балсыҡ көршәктә - ҡуныҡ (үңәҙ), ә тупраҡта аҡ ҡабырсыҡ барлыҡҡа килә.

- Гөлдәр йылылыҡ сығарыусы әйберҙәрҙән алыҫ торорға тейеш. Үтә һуҡҡан ел, томан һәм тәмәке төтөнө лә уларға зарарлы.

- Әгәр гөл һауытындағы тпраҡ артыҡ кибеп, ярғыланып бөтһә, уға аҙ ғына бысҡы онтағы йә ҡом һалығыҙ.

- Ашлама булараҡ, айга бер тапҡыр гөл тупрағына порошок һымаҡ сүпрә өҫтәргә була.

 

Миләүшә гөлө (фиалка)

Тәбиғәттә миләүшә сәскәһе дымлы урындарҙа үҫкәнлектән, өйҙә үҫтергәндә дә уның өсөн һауаның дымлы булыуы шарт.

Быға ирешеү өсөн тимер йәки пластик аҫлыҡ ҡулланырға мөмкин. Уға дымлы ҡом йәиһә мүк һалғыҙ. Әммә бер ҡағиҙәне онотмағыҙ: үҫемлектәрҙе бер-береһенә яҡын урынлаштырмағыҙ, уларҙың япраҡтары бер-береһенә тейеп тормаҫҡа тейеш. 

Хлорофитум – һауаны бик шәп таҙартыусы гөл. Уны аш- һыу бүлмәһенә ултыртыу файҙалы. 

Яран гөле артыҡ дымлы тупраҡты яратмай. Ул үҙен уртаса дымлылыҡта яҡшы хис итә. Яҙҙан башлап, барлыҡ төрҙәге яран гөлдәрен ике аҙнаға бер тапҡыр махсус гөл ашламаһы менән ашларға кәрәк.

 

Гөлдәр тәрбиә ярата
Гөлдәр тәрбиә ярата
Автор:
Читайте нас