Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Февраль , 17:05

Көслөләр иҫәбендә

Башҡортостан спортсылары бер аҙнала 31 миҙал алды

Көслөләр иҫәбендә
Көслөләр иҫәбендә

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың спорт еңеүҙәре хаҡында һөйләне. Башҡортостан спортсылары уҙған аҙнала 31 миҙал яуланы, тине вице-премьер.

«Һигеҙ алтын миҙал. Тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй чемпионатында 2 алтын миҙал яулаған Тәнзилә Исраилованың еңеүен айырыуса билдәләп үткем килә. Республикала 15 йыл ошондай ҡаҙаныштар булманы. Адлан Амриев йәнә үҙенең көслө грек-рим көрәшсеһе статусын раҫланы –  халыҡ-ара ярыштарҙа еңеү яуланы. Шулай уҡ спортсыларыбыҙ фристайл буйынса Рәсәй чемпиондары кубогында 1 алтын һәм 3 көмөш миҙал алды. Никита Богданов дүртенсе йыл рәттән боҙҙа мотоуҙыш буйынса ил чемпионы булды. Бынан тыш, Алина Дәүләтова бадминтон буйынса Рәсәй ярыштарында алтын һәм көмөш миҙал алды», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

https://www.bashinform.ru

Көслөләр иҫәбендә
Көслөләр иҫәбендә
Автор:
Читайте нас: