Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Февраль , 09:55

Маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшелгән

Башҡортостанда милли проект буйынса алты йылда 1800 километр юл төҙөкләндерелгән. 

Маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшелгән
Маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшелгән

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда алты йылда 1800 километр юл ремонтланған. Шулай уҡ дөйөм 1480 погон метр оҙонлоҡтағы 21 күпер норматив хәлгә килтерелде, 95,5 километр оҙонлоҡтағы 13 юл һәм 794 метр оҙонлоҡтағы ике күпер төҙөлдө һәм реконструкцияланды. Был эштәргә 53,5 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән, шул иҫәптән 28 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан. Быйыл яңы “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ғәмәлгә индерелде һәм ошо уҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

– Республика ярайһы уҡ ҙур проекттарҙы тормошҡа ашыра алды. Улар – “Көнсығыш сығыу юлы”, Ағиҙел йылғаһы аша күпер, Зинин ауылында транспорт сиселеше, шулай уҡ “Бөрө - Таҙтүбә – Һатҡы” автомобиль юлының төп участкаһы. Ошоноң арҡаһында ҙур агломерацияларҙа һәм терәк юл селтәрендә норматив талаптарға тап килгән юлдарҙы арттырыу кеүек төп күрһәткестәргә өлгәшелде, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

2024 йыл йомғаҡтары буйынса норматив хәлдә булған ҡала агломерацияларының юл селтәре өлөшө 86 проценттан ашыу тәшкил иткән, был милли проектта күрһәтелгән күрһәткестәргә тап килә.

Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һанын кәметеү шулай уҡ мөһим күрһәткестәрҙең береһе. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт автоинспекцияһы йомғаҡтары буйынса 2024 йылда юл-транспорт ваҡиғаһында 397 кешенең ғүмере өҙөлгән.

– 2018 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес ярайһы уҡ кәмене. 153 кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Фото: Транспорт министрлығы.

bashgazet.ru 

Маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшелгән
Маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшелгән
Автор:
Читайте нас: