Аҙна аҙағында ғына һауа температураһы бер аҙ күтәрелә, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -10, -15 градус.
Шаршамбы, 19 февралдә, урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -19, -24 градус, аяҙытҡанда -26, -31, көндөҙ -10, -15 градус.
Кесе йома, 20 февралдә, һауа торошо үҙгәрмәй. Шулай уҡ урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -19, -24 градус, аяҙытҡанда -26, -31, көндөҙ -10, -15 градус.