Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
18 Февраль 2025, 09:32

Милли кейем - халыҡ асылы

 "Аманат" фольклор түңәрәге етәксеһе Илсинә Хисмәтова уҡыусыларҙы башҡорт милли кейеме менән таныштырҙы

Милли кейем - халыҡ асылыМилли кейем - халыҡ асылы
Милли кейем - халыҡ асылы

Традицион костюм – кешенең милләтен билдәләүсе сағыу әйбер. Кейемдең составы, уның киҫелеше, биҙәлеше күп быуаттар дауамында формалашҡан һәм халыҡтың йәшәйеш-көнитмеше, уның мәҙәни-тарихи үҫеше менән тығыҙ бәйле.
Бишбүләк мәҙәниәт һарайында эшләп килгән "Аманат" түңәрәге етәксеһе Илсинә Хисмәтова Бишбүләк 2-cе урта мәктәбендә йыш ҡына оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. Әле лә ул 9 "а" класс уҡыусыларын үҙе яһаған башҡорт милли кейемдәре менән таныштырҙы. "Башҡорт милли кейеме - ул сәнғәт әҫәре" тигән теманы асып, милли кейемдең барлыҡҡа килеү тарихы тураһында бәйән итте, уның ниндәй өлөштәрҙән тороуын ентекләп аңлатты. Илсинә Ғәлләнур ҡыҙын бирелеп тыңлаған үҫмерҙәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. 

https://vk.com/bssh2

Милли кейем - халыҡ асылы
Милли кейем - халыҡ асылы
Милли кейем - халыҡ асылы
Милли кейем - халыҡ асылы
Милли кейем - халыҡ асылы
Автор:
Читайте нас