Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
20 Февраль 2025, 15:29

Бында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнә

Бишбүләк 2-се мәктәбендә уҡыусыларҙа патриотик рух, илебеҙ тарихына һөйөү, ҡаһарман ата-бабаларыбыҙға хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында әһәмиәтле сара үтте.

Бында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнәБында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнә
Бында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнә

Бөгөн, 20 февралдә, мәктәптә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә уңайынан 5-11 класс уҡыусылары араһында традицион «Смотр строя и песни» исемле йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы үтте. Был сара йыл һайын уҙғарыла, ул йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү мөмкинлеге бирә.

Ғәҙәттә бер нисә аҙна дауамында командалар был көнгә әҙерләнә: йырҙарҙы ятлай, саф аҙымы менән йөрөргә өйрәнә, тейешле форма һайлай. Бында командалар үҙҙәренең әҙерлеген күрһәтә: берҙәм форма, күтәренке рухтағы йырҙар башҡарылыу, рапорт тапшырыу. уҡыусылары күҙҙең яуын алырҙай бер иштән кейенеп, бирелгән командаларға ярашлы строй алымдарын дөрөҫ үтәү, теҙелеү, рапорт биреү, хәрби сәләмләү, йыр менән үтеү кеүек һынауҙар буйынса ярыштыҺәр класс иң ыңғай сифаттарҙы – яуаплылыҡты, коллективта берҙәм эшләү, командаларҙы үтәү, аяҡҡа марш яһау, шулай уҡ строй йырҙарын башҡарыу һәләтен күрһәтергә тырыша.

Сығанаҡ: "Бишбүләк 2-се мәктәбе" сайтынан. 

Бында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнә
Бында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнә
Бында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнә
Бында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнә
Бында буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләнә
Автор:
Читайте нас