Күптәргә билдәле мультфильм персонажы Чебурашка махсус хәрби операция символдарының береһе булып тора. Был талисмандар һалдаттарыбыҙҙың хәрби рухын күтәрергә, үҙҙәре менән өйҙән йылылыҡ өлөшсәһен тапшырырға тейеш.
Ирекмәндәр һәм мәктәп уҡыусылары тарафынан тегелгән чебурашкалар фронттағы яугирҙаргә тыуған яҡтан килгән хаттар кеүек, берҙәй яҡын.
Ватан һаҡсылары көнө алдынан район мәҙәниәт Һарайында уҙған тантаналы сарала ирекмәндәр "чебурашканы һатып ал, фронтҡа ярҙам ит" хәйриә акцияһын ойошторҙо. Акцияла ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдереп, улар бөтә йыйылған аҡсаны махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә тапшырасаҡ.
"Вектор" Йәштәр үҙәге сайтынан.