+30 °С
Болотло
Беҙҙең район үҙәгендә төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Бишбүләк ауылы мәктәптәрендә туған тел булараҡ, башҡорт, татар, сыуаш телдәре өйрәнелә. Йыш ҡына уҡыусылар шиғыр конкурстарында күңелдәренә яҡын әсә телендә сығыш яһайҙар.
Бмшбүләк 2-се мәктәбенең 3-сө "а" класында "Халыҡ-ара туған телдәр көнө" тигән тема буйынса дәрес үтте. Уҡыусылар презентацияны ҡараны, төрлө милләт кешеләре өсөн телдең әһәмиәте тураһында белде, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле һәм уны һаҡларға кәрәк икәнлегенә төшөндө.
Фотолар Бишбүләк 2-се мәктәбе сайтынан.