Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
22 Февраль 2025, 04:44

Дембель албомы йәшлегемә алып ҡайта

Райондың ауыл хужалығы идараһы башлығы Артур Амур улы Ғәлиев армияла хеҙмәт иткән йылдарын һағынып иҫкә ала

Дембель албомы йәшлегемә алып ҡайтаДембель албомы йәшлегемә алып ҡайта
Дембель албомы йәшлегемә алып ҡайта

— Мин 1983 йылдың 18 апрелендә Бишбүләк районы хәрби комиссариатынан 300 командаһына чсаҡырылдым. Республика йыйыу пунктында миңә СССР сик буйы ғәскәрҙәренең Диңгеҙ частәренә  — Таллин сик буйы отрядына хеҙмәт итeргә барасағымды әйттеләр. 21 апрелдә беҙҙе иртәнге сәғәт дүрттә уяттылар hәм йыйыу пунктынан Өфө буйлап йәйүләп, аяҡ өҫөт йоҡлаған, ярым йоҡоло килеш тимер юл вокзалына алып киттеләр. Беҙ биш йөҙгә яҡын кеше инек. Поезға ултырҙыҡ, бик оҙаҡ барабыҙ, ләкин ҡайһы яҡҡа таба барғаныбыҙҙы белмәйбеҙ: вагондар тәҙрәһенән ҡирe-якта бары тик дала ғына күренә. Поезд туҡтаны, hәм беҙ төштөк. Бына шулай күптән көтөлгән Балтик  буйы диңгеҙ тулҡындары урынына беҙ яланғас даланы күрҙек. Шулай итеп, мин Урта Азияға йәшерен часҡа ПВО һынау полигонына хеҙмәт итeргә эләктем. Ярты йыл «Майлески» сержанттар мәктәбендә уҡыным, унан һуң йылл ярым инде взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт иттем. Взводта Сыуашстан егеттәре, Башҡоротстандан яҡташтар булды, ә ҡалғандары Украина hәм Белоруссиянан ине. Далала      йыландар, фалангалар, саяндар, үрмәкестәр мыжлап тора. Ләкин әйтеп бөтөргөһөҙ матурлығы менән ул апрель уртаһынан үҙгәрә  — ике-өс аҙнаға тюлпандар сәскә башлый. Был — әйтеп аңлата алмаҫлыҡ матурлыҡ! Һалдат фляжкаларында hәр ваҡыт һыуһыуҙы баҫыр өсөн сәнскеле сәй була ине. Бер ҡасан да булмағанса, туйғансы ҡауын менән ҡарбуз ашаныҡ. Хеҙмәт үҙ сираты мен  н барҙы. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға өйгә, тыуған яғыма тап бына атайымдың тыуған көнөнә ҡайтып еттем.

Башта ай һайын 18 һум ала инем, ә хеҙмәт итеү аҙағына инде — 22 һум. Ул ваҡытта һалдаттар hәм сержанттар өсөн бик күп аҡса ине. Беҙгә фотоға төшөргә ҡәтғи тыйылды, ләкин hәр һалдат дембель альбомын яһарға тырышты. Ул миндe бар. Ҡайһы берҙә үҙемдең  дембель альбомымды асам да, ҡабатланмас гүзәл йәшлегемә ҡабат ҡайтҡандай булам. Демобилизациянан һуң йыл һайын хеҙмәттәштәребеҙ менән шылтыратышып торҙоҡ. Бөгөн  Кyмертау ҡалаһынан Сергей Елисеев менән генә хәбәрләшеп торам.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы

Дембель албомы йәшлегемә алып ҡайта
Дембель албомы йәшлегемә алып ҡайта
Автор:
Читайте нас