Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
23 Февраль 2025, 04:57

Ил һағында тора һалдат

Дүсән ауылынан Замир Зарипов һалдат бурысын намыҫ менән үтәй

Ил һағында тора һалдатИл һағында тора һалдат
Ил һағында тора һалдат

Элек-электән Ватанға хеҙмәт итеү ир-егеттәрҙең бурысы һаналған. Донъяға ҡараш, рухи ҡиммәттәр үҙгәрһә лә, Ватанды һаҡлау төшөнсәһе үҙгәрешһеҙ ҡала. Ата-балалары, ағайҙары кеүек үк бөгөнгө быуын егеттәре лә лайыҡлы рәүештә ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәй. Шуныһы ла бар: егеттең хәрби хеҙмәткә китеүе уның һау-сәләмәт, көслө булыуын күрһәтә. Хеҙмәт итеү осоронда етди һынауҙар үтеп, тормош тәжрибәһе туплап һалдат физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да нығынып ҡайта. Дүсән ауылынан Замир Гөлүс улы ла шундай фекерҙә.

Замир Зарипов урта белем тураһында таныҡлыҡ алғас, Өфөләге машиналар төҙөү колледжына документтарын тапшыра һәм  “Механик эшкәртеүҙә станоктар һәм ҡорамалдар көйләүсе” һөнәрен үҙләштерә.

- Улыбыҙ армияға теләп китте, диплом тапшырғандарын да көтөп торманы, уны военкоматҡа саҡырып шылтыратҡандар ҙа, шунда уҡ ризалашҡан. Бер аҙҙан дипломын үҙебеҙ барып алдыҡ. Хәҙер улыбыҙ Мурманск ҡалаһында хәрби-космос ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, - тип һөйләй һалдат әсәһе Мәүлиҙә  Марат ҡыҙы. - Беҙҙең ғаиләлә ир-аттар барыһы ла хәрби хеҙмәттә булған. Ирем (Гөлүс Минебай улы) ике йыл Германияла артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, оло улыбыҙ Эльмир Архангель өлкәһенең Мирный ҡалаһының шулай уҡ хәрби-космик ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәйне.

Кесе улдары Замирҙы армияға оҙатҡанда ата-әсәһе иҫән-имен хеҙмәт итеүен теләйҙәр һәм улдарының биткә ҡыҙыллыҡ килтермәүенә ышаналар. Замир  яҡындарын үҙенең өлгөлө хеҙмәте менән һөйөндөрә.  

- Беҙ армиялағы улыбыҙ менән телефон аша һөйләшеп торабыҙ, ул хәрби хеҙмәтенән ҡәнәғәт.  Күптәр кеүек, беҙ ҙә махсус хәрби операцияның тиҙерәк тамамланыуын һәм барлыҡ ир-егеттәрҙең иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, - тиҙәр Мәүлиҙә һәм Гөлүс Зариповтар. 

Замир Гөлүс улына хеҙмәт итеп бөтөрөргә күп ҡалмаған, ата-әсәләре  һәм туғандары Ватанды һаҡлаусыны зарығып көтә.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Фото: ғаилә архивынан алынды

Ил һағында тора һалдат
Ил һағында тора һалдат
Автор:Гумерова Л
Читайте нас