Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
24 Февраля 2025, 09:23

Март айы нисек буласаҡ?

Яҙ башы төбәк халҡын аномаль йылы һауа торошо менән ҡыуандырасаҡ.

Март айы нисек буласаҡ?Март айы нисек буласаҡ?
Март айы нисек буласаҡ?

Ҡыштың һуңғы көндәре тантана итә. Тиҙҙән -  март. Быйыл ул нисек булыр?

Гисметео порталы белдереүенсә, март айы төбәк халҡын аномаль йылы һауа торошо менән ҡыуандырасаҡ. Ай башында термометр бағанаһы нулдән -1 градусҡа тиклем күрһәтәсәк, ә ай аҙағында инде +2,+3 градус буласак.

Рәсәй Гидрометүҙәгенең фәнни етәксеһе Роман  Вильфанд фекеренсә, быйыл март йылы буласаҡ, ә яҙ ҡар аҙ яуғанлыҡтан ғәҙәттәгенән иртәрәк килергә мөмкин.

“Фобос” үҙәге ғалимдары шулай уҡ йылы яҙҙы фаразлай.

Ә миңә ҡалһа, әсәйем әйтмешләй, алты айҙың алты ҡатҡағы бөтмәйенсә, иртә генә яҙ килмәҫ әле. Һәр нәмәнең үҙ мәле тигәндәй...

Ә һеҙҙең яҙға ҡарата ниндәй һынамыштарығыҙ бар? Әйҙәгеҙ яҙып ебәрегеҙ әле.

Башинформ.  

Март айы нисек буласаҡ?
Март айы нисек буласаҡ?
Автор:
Читайте нас