Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
26 Февраль 2025, 17:37

Йәш армиясылар сафы тулыланды

Бөгөн район мәҙәниәт Һарайында Бишбүләк районы уҡыусыларын "Юнармия" хәрәкәте сафына ҡабул итеү антанаһы үтте

Йәш армиясылар сафы тулыландыЙәш армиясылар сафы тулыланды
Йәш армиясылар сафы тулыланды

Был сарала ҡунаҡтарҙан Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов, "Башҡортостан" полкы командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары Александр Мельченко һәм район хакимиәте башлығы Зарипов Артур Мөхлис улы тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.

Буласаҡ Йәш армиясылар иптәштәре алдында һәр ваҡыт үҙ Ватанына тоғро һәм Рәсәйҙең лайыҡлы граждандары булырға, йәш армиясы исемен хөрмәт һәм ғорурлыҡ менән йөрөтөргә, тип ант бирҙеләр.  Район муниципаль хәкимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов һәм абруйлы ҡунаҡтар уҡыусыларға танытмалар, береттар һәм значоктар тапшырҙы.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн был киләсәк мәктәбе, унда ысын характер, ҡыйыулыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, патриотизм һәм еңеүгә ынтылыш тәрбиәләнә. Уларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, был көн һеҙҙең хәтерегеҙҙә мәңгегә ҡалһын, Һәм Һеҙ Йәш армиясылар сафына инеүегеҙ менән хаҡлы ғорурлана алаһығыҙ.

https://vk.com/club43415916

 

Йәш армиясылар сафы тулыланды
Йәш армиясылар сафы тулыланды
Йәш армиясылар сафы тулыланды
Йәш армиясылар сафы тулыланды
Йәш армиясылар сафы тулыланды
Йәш армиясылар сафы тулыланды
Йәш армиясылар сафы тулыланды
Автор:
Читайте нас