Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
27 Февраля 2025, 10:11

"Китап-байрам" быйыл да ойошторласаҡ

"Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланды

"Китап-байрам" быйыл да ойошторласаҡ"Китап-байрам" быйыл да ойошторласаҡ
"Китап-байрам" быйыл да ойошторласаҡ

Башҡортостанда «Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды, тип хәбәр итә форумдың ойоштороу комитеты. Быйыл «Китап-байрам» 30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөләге Совет майҙанында үтәсәк.

Китап йәрминкәһендә Рәсәй һәм сит ил нәшриәттәре, китап һатыу фирмалары һәм ойошмалары, китапханалар, китап магазиндары һәм полиграфия предприятиелары ҡатнаша ала. Бының өсөн ошо сайта www.kitap-bayram.ru. кәрәкле форманы тултырырға кәрәк. Шул көндәрҙә Башҡортостан Яҙыусылар союзының бинаһы ла төҙөкләндерелгәндән һуң асыласаҡ.

henek.info

 

"Китап-байрам" быйыл да ойошторласаҡ
"Китап-байрам" быйыл да ойошторласаҡ
Автор:
Читайте нас