Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
2 Март 2025, 12:51

Һау бул ҡыш! Һаумы яҙ!

Масленица славян халыҡтарының байрамы булһа ла, күптән инде ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау байрамы булараҡ, төрлө милләт халыҡтарын үҙенә йәлеп итә.

Һау бул ҡыш! Һаумы яҙ!Һау бул ҡыш! Һаумы яҙ!
Һау бул ҡыш! Һаумы яҙ!

Ҡояш көндән-көн сағыуыраҡ ҡарай башланы. Бөгөн Бишбүләк ауылының Үҙәк майҙаны йыр-моңдан, балаларҙың шат тауыштарынан гөр килеп торҙо. Сарала ҡатнашыусылар элек Рәсәйҙә Масленица байрамын нисек үткәреүҙәре һәм уның йолалары тураһында күп нәмә белде.
Был көндә балалар рәхәтләнеп күңел асты: әйлән-бәйлән уйнаны, таҡмаҡтар йырланы, көлкөлө уйындар ойошторҙо.  

Масленица байрамы табынының төп атрибуты, әлбиттә, ҡоймаҡ. Ҡояшты сағылдырған был ризыҡты кем генә яратмай икән. Теләгәндәр хуш еҫле сәйҙән һәм башҡа тәм-томдан ауыҙ итте. 

Сараның иң ҡыҙыҡлы өлөшө байрам ҡарасҡыһын яндырыу булды. Һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һаламдан яһалған ҡарасҡының яныуын күҙәтте һәм ерҙә яҡшылыҡ менән шатлыҡтың хакимлек итеүенә инанды. Ҡышты оҙаттыҡ, барлыҡ күңелһеҙлектәрҙе, үпкәләүҙәрҙе яндырҙыҡ һәм яңырыу, йәшлек, яҡшылыҡ сифаттарын берләштергән Яҙ миҙгеленә урын бирҙе.

фотолар "Беҙҙең Бишбүләк" сайтынан алынды

Һау бул ҡыш! Һаумы яҙ!
Һау бул ҡыш! Һаумы яҙ!
Һау бул ҡыш! Һаумы яҙ!
Һау бул ҡыш! Һаумы яҙ!
Автор:
Читайте нас