Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
4 Март 2025, 10:44

Март айына һынамыштар

Март – яҙҙың беренсе айы, тирә-йүндә ҡар ятһа ла, һыуыҡтар әле булһа ла, көн һиҙелерлек итеп оҙоная бара.

Март айына һынамыштарМарт айына һынамыштар
Март айына һынамыштар
Март ҡыш түгел, ләкин яҙ ҙа түгел әле.
Был айҙа һыу аҡмаһа – апрелдә үлән үҫмәй.
Март ҡар- бурандар менән үтһә, йәшелсәләрҙең һәм игендәрҙең яҡшы уңыуын көт.
Ҡоро март уңдырышлы, ә ямғырлыһы уңышһыҙҙы вәғәҙә итә.
Әгәр ҙә мартта йыш томан булһа, йәй ямғырлы буласаҡ.
Оҙон боҙбармаҡтар – оҙайлы яҙ билдәһе.
Ҡарға башын ҡанат аҫтына йәшерһә – һалҡынға, ергә ултырһа – йылыныуға.
Әтәс ваҡытында ҡысҡырмаһа – һауа торошо боҙола. 
 

Беренсе мартта көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.

Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы була...

Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.

Март - марттың көнө шарт .

Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.

Мартта йылы булһа, яҙ һалҡын, елле була.

Мартта көн менән төн тиңләшә.

Мартта шарт та шорт, апрелдә апырыр ҙа шапырыр.

Марттың берендә аяҙ булһа, яҙ буйы аяҙ була.

Марттың егерме бишендә һыу ҡатһа, бер аҙналыҡ юлға сыҡ. Марттың шартын апрель сығарыр.

 Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.

Март берендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ.

Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер.

Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр; Көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.

 

Март айына һынамыштар
Март айына һынамыштар
Автор:
Читайте нас