Район үҙәк дауаханаһының табиптары, шулай уҡ шәфҡәт туташтары һәм санитаркалары өсөн эш көнө иртә таңдан башлана. 8.00 сәғәттә дөйөм дауахана оперативкаһы үткәрелә. Шунан һуң һәр бүлектә эске конференция уҙа, унда бүлек мөдире дежур шәфҡәт туташы табипҡа дауаханаға ятыусы пациенттарҙың хәле тураһында мәғлүмәт тапшыра, уҙған тәүлектә, шул иҫәптән дежур ваҡытта ла, аяҡҡа баҫҡан ауыырыуҙар тураһында фекер алыша. Шәфкҡәт туташы hәр пациенттың хәле динамикаһын, уларҙа булған үтенестәр, үткәрелгән дауалау сараларына реакция тураһында һөйләй.
Күп кенә рәхмәт белдереүҙәргә ҡарағанда, район үҙәк дауаханаһында терапия бүлеге яҡшы репутацияға эйә. Бүлек эше өсөн терапия бүлеге табип-терапевы hәм уның мөдире Эльмира Әмир ҡыҙы Фазуллина hәм неврология бүлеге табип- неврологы Вячеслав Николаевич Захаров яуаплы. 8 мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан беҙ сибәр hәм һөйкөмлө Эльмира Фазуллина менән осраштыҡ.
— Минең, hәр ваҡыттағыса, эш көнөм пациенттар ятҡан палаталарҙа иртәнге обход үткәреүҙән башлана, — ти Эльмира Әмир ҡыҙы. — Беҙ уны өлкән шәфҡәт туташы менән бергә үткәрәбеҙ, унда пациенттарҙың хәлен тикшерәбеҙ, бынан тыш, дежур тороуҙан hәм төнгө сменанан һуң санитария торошо тикшерелә. Был ваҡытта мөмкин булған етешһеҙлектәр асыҡлана, пациенттарҙан киҫәтеүҙәр hәм тәҡдимдәр тыңлана. 11.00 сәғәттән беҙҙә дауалау процедуралары hәм тикшереүҙәр башлана. Көн дауамында ауырыуҙар тарихын, эпикриздарҙы рәсмиләштереү, шулай уҡ пациенттар hәм уларҙың туғандары менән осрашыуҙар планлаштырыла.
Эльмира Әмир ҡыҙының медицинала дөйөм эш стажы 16 йыл тәшкил итә. Ул 2007 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Юғары уҡыу йортонан һуң медицина университетының поликлиника терапияһы кафедраһы базаһы интернатураһында уҡый. Ә үҙенең хеҙмәт
юлын Башҡортостан Республикаһының Балтач районында 2008 йылда башлаған. Бишбүләк үҙәк район дауаханаһында 2012 йылдан бүлек табип-терапевты hәм участок врачы булып эшләй. Yҙәк район дауаханаһында ул 2019 йылдан бирле уңышлы етәкселек итә.
— Беҙҙең бүлек 36 койка урынға иҫәпләнгән (үҙ составында 26 терапевтик hәм 12 неврологик койка), ҡайһы берҙә ауырыуҙар күп булғанда, яҙғы-көҙгө осорҙа бүлексәлә ятҡан урындарға ихтыяж 110 — 120 процентҡа күберәк була, hәм шул саҡта беҙҙең персонал оператив рәүештә өҫтәмә койкалар ҡуя,— тип дауам итә Эльмира Фазуллина. — Уҙған йыл беҙ 983 пациентты дауаланыҡ. Ауырыуҙарҙың барыһына ла квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелде.
Бында терапия бүлегенең татыу медицина персоналы ҙур өлөш индерә. Бүлектең өлкән шәфҡәт туташы Наталья Васильевна Байкова медицина профессияһына 50 йылдан артыҡ ғүмерен бағышлаған. Уның ҡулы аҫтында бүлектә һигеҙ шәфҡәт туташы эшләй. Терапия бүлексәһенең шәфҡәт
туташы — тәжрибәле Николаева Лариса Леонасовна. Беҙҙең бүлексәлә дүрт санитарка бар. Улар ҙа yз эштәренең
һөнәрмандары.
- Врач тыныс hәм үҙ-үҙенә ышаныслы булырға, тышкы яҡтан да, теләһә ниндәй шарттарҙа ла эске тыныслығын һаҡларға тейеш. Шәхси тормошта төрлө хәлдәр булырҡа мөмкин, ләкин врач ауырыуҙар янына килгәндә, уның тураһында ғына уйларға, өй мәшәҡәттәрен дауахананан ситтә ҡалдырырға, уның ғазаптары тураһында уйларға, үҙ пациентына нисек тиҙ hәм дөрөҫ ярҙам итeү юлдарын эҙләргә тейеш, – ти һүҙен йомғаҡлап Эльмира Әмир ҡыҙы.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.