Һәр замандың үз заңы тигәндәй, йәшәйешебеҙҙе электрон технологиялар уратып алған осорҙа йәшә йбеҙ. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ документтарҙың күсермәһен йәки фотолар эшләтеү буйынса район үҙәгендәге салоннарга мөрәжәгәт итмәйенсә ҡалмағандыр. Бишбүләк ауылындагы “ТипоГрафия” оҫтаханаһы күптән инде халык ышанысын яулаған.
Бында килеүселәрҙе исеме есеменә тура килгән мөләйем Гөлнара ханым ҡаршы ала. Гөлнара Ҡасимова, һәр эште урынына еткереп башҡарыуы, ихласлығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ул юҡҡа ғына эшҡыуарлыҡты үҙ итмәгәндер, сөнки был өлкәлә юғарыла әйтелгән сифаттар бик кәрәк. Ни тиһәң дә, улар иң тәү сиратта ҡулланыусылар – халыҡ менән эш итә.
- Мин һөнәрем буйынса техник-программист, уйланым-уйланым да, үҙэшемде булдырам, тип, эшҡыуарлыҡҡа тотондом. Биш йыл элек беҙ ирем Руслан менән Тамара Давыдованың типографияһының тауарҙарын һатып алғайныҡ. Башта ғәҙәттәгесә ксерокопия яһау, бланк-журналдар, мәктәп кәрәк-яраҡтары, төрлө ҡалынлыҡтағы блокноттар, фотоальбомдар һатыу менән шөғөлләндек. Ә инде Бишбүләк осондағы иркен бинаға күскәс, эшебеҙ тағы ла алға китте. Бөгөн халыҡҡа төрлө хеҙмәт күрһәтәбеҙ. Кемдер тимер яки пластик беркеткестәр менән яһалған блокноттарға заказ бирһә, икенселәр ручка, брелок, флешкаларға гравировка яһата. Райондағы төрлө ойошмалар, ауыл Советтары хеҙмәткәрҙәре ниндәй ҙә берәй мөһим сара уңайынан һәм юбилярҙарҙы ҡотлау өсөн папкаларға заказ бирә, шулай уҡ индивидуаль бүләккә заказ биреүселәр ҙә бар, мәҫәлән, ҡапҡа һалынған күн тышлы блокнот. Бына бында рефераттар, диплом эштәре айырым папкаларҙа тупланған, — тип үҙ эше менән таныштыра Гөлнара Марат ҡыҙы.
Шактый иркен бинаны биләгән типографияла фотографиялар яһатырға hәм күңелеңә хуш килгән сувенирҙар һайларға була.
—Тыуған көндәр hәм юбилейҙар уңайынан яҡындарына иҫтәлекле бүләк яһарға теләүселәр күп. Беҙ уларға фотолар серияһын туплап, шулай уҡ шигырҙар ҙа яҙып, күркәм фотоальбом әҙерләйбеҙ, — ти эшҡыуар ханым.
Үҙ эшенең оҫтаһы булған Гөлнара Марат ҡыҙы исемле кружкалар яһау, футболкаларга наклейкалар баҫыу нескәлектәрен дә үҙләштергән.
- Байрамдар осоронда бындай тауарҙарға һорау арта. Беҙ бының өсөн махсус термопресс алдыҡ, кружкаларҙың төҫөн һәр кем үҙ зауығына ҡарап һайлай. Уҙған йылда ирекмәндәр өсөн күп итеп яҙыулы футболкалар әҙерләнек. Әлеге ваҡытта Бөйөк Еңеү байрамына ҡарата заказдар килә башланы, һуғыш ветерандарының фотоларын, шулай уҡ плакаттар әҙерләйбеҙ, — ти, hәр кемгә иғтибарлы ханым.
Булдыҡлы эшҡыуар, һөйөклө ҡатын һәм хәстәрлекле әсәй Гөлнара ире Руслан менән өс бала үҫтерә.
- Ирем Уфанет ойошмаһында эшләй, үҙем өлгөрә алмағанда ул ярдам итә. Улыбыҙ Әмир Бишбүләк 1-cе урта мәктәбенең 5-се класында, ҡыҙыбыҙ Нәркәс 4-селә уҡый. Ә өйөбөҙҙөң йәме булған Карина “Йылмайыу” балалар баҡсаһына йөрөй. Йәйгеһен бар ғаиләбеҙ менән ял итергә тырышабыҙ. Уҙған йылда ике көн буйына Асҡын районындағы мәмерйәне ҡарап, артабан Яҡтыкүлдә һыу ҡойоноп, Бөрйән районындағы Шүлгәнташҡа барып еттек. Ырымбур өлкәһендәге “Луна” паркында экскурсияла булдыҡ, шулайуҡ үҙебеҙҙең яҡтағы хозур тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратабыҙ,- ти, яҡындары өсөн өҙөлөп тороусы гүзәл зат.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.