Программа оло йәштәгеләр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыуҙы, сифатлы социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе, һөнәри белем биреүҙе, мәшғүллекте тәьмин итеүҙе, ижади әүҙемлекте дәртләндереүҙе, оло йәштәгеләрҙе ирекмәнлек һәм остазлыҡ, туризм программаларына йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын республика буйлап бер көнлөк турҙарға 15 мең өлкән йәштәге граждандар сыға аласаҡ, йыл һайын 1333-әр турист льготалы шарттарҙа Беларуссияға юллана аласаҡ, тип күҙаллана.
Был программа Башҡортостанда 2020 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса эшләй башланы. Ошо йылдар эсендә ул үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы. Мәҫәлән, 2024 йылда проектта 290 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, ә ғәмәлгә ашырыу осоронда — 690 меңдән ашыу.
Башинформ.