Быйыл Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡтың “Минең бизнесым” үҙәге төбәктең эшҡыуарҙарына ярҙам итеү өсөн биш яңы башланғысты тормошҡа ашыра. Унда ҡатнашыусылар инвесторҙар менән диалог ҡороуға һәм компетенцияларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән бушлай сараларҙа ҡатнаша ала.
Был ярҙам “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) башҡарыла.
-Был башланғыстар “Минең бизнесым” үҙәгенең сараларын тулылыландыра, эшҡыуарҙар уңышлы эшмәкәрлек алып барһын өсөн уларға кәрәкле белем алырға юл аса. “Бизнес өсөн мөхит”, “Бизнес-диалог”, “Инвесторҙар клубы” һәм башҡа проекттар эшҡыуарҙар өсөн булдырылған. Улар даими рәүештә онлайн һәм офлайн форматта үтә,–тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Мәҫәлән, “Бизнес өсөн мөхит” проекты сиктәрендә эшҡыуарҙар төрлө тармаҡтағы әйҙәүсе эксперттар менән аралаша , үҙҙәренең компетенцияларын үҫтерә. Алынған белем эшмәкәрлеккә инновация алымдарын индерергә булышлыҡ итә.
Төбәктә эшҡыуарлыҡ берләшмәһен булдырыу өсөн “Бизнес-диалог” проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - әле эшләп килгән эшҡыуарҙар һәм ошо эшкә тотонорға ниәтләүселәр араһында осрашыуҙар ойоштороу.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
bashgazet.ru