“Красноусол” шифаханаһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ”Хеҙмәт етештереүсәнлеге” (“Производительность труда”) федераль проектына ҡушылды. Был хаҡта хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Республика компетенциялар үҙәге хәбәр итә.
Үҙәктең эксперттар командаһы предприятиела алты ай буйына эшләр, тип күҙаллана. Белгестәр шифахана өсөн индивидуаль яҡшыртыу программаһын һайларға тейеш. Һаҡсыл инструменттар индереүҙе ҡунаҡтарҙы сервислы хеҙмәтләндереү участкаһынан башлау ниәтләнә.
“Беҙ курорт хеҙмәткәрҙәре менән тәүге кәңәшмәне үткәрҙек, эш төркөмөн билдәләнек һәм беренсе уҡыуҙы башлайбыҙ. Өс айҙа сервис хеҙмәтләндереүенә ваҡытты 30 процентҡа ҡыҫҡартырға уйлайбыҙ”, – ти Төбәк компетенциялар үҙәгенең Башҡортостандағы проекттары етәксеһе Сергей Мартынов. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: яңыртылған милли проекттар РФ Президенты ҡарары буйынса быйылдан башлап тормошҡа ашырыла.
Фото: vk.com/minek.bashkortostan
https://bashgazet.ru