Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
12 Март 2025, 09:44

Башҡортостан – интернетты ҡулланыу буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урында

"Росстат" баҫтырып сығарған. Был һөҙөмтәләр Башҡортостандың һанлаштырыу һәм электрон сервистар менән ҡулланыу өлкәһендә ярайһы алға китеүен билдәләй.

Башҡортостан – интернетты ҡулланыу буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урындаБашҡортостан – интернетты ҡулланыу буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урында
Башҡортостан – интернетты ҡулланыу буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урында

Дәүләт хеҙмәттәре алыу өсөн интернет менән әүҙем файҙаланған 15–72 йәшлектәр һаны буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урында бара. Был турала республиканың Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығы хәбәр итә. Былтырғы йомғаҡтар буйынса был күрһәткес 98,8% тәшкил иткән. Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон тәртипкә күсереү – “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) төп бурыстарының береһе. Мәғлүмәттәрҙе Росстат баҫтырып сығарған. Был һөҙөмтәләр Башҡортостандың һанлаштырыу һәм электрон сервистар менән ҡулланыу өлкәһендә ярайһы алға китеүен билдәләй.

– Был һөҙөмтәгә элемтә инфраструктураһын яҡшыртыу, уңайлы һанлы платформалар индереү һәм халыҡтың һанлы белемен арттырыу өҫтөндә комплекслы эшләү арҡаһында өлгәшелде. Беҙ дәүләт хеҙмәттәрен республика халҡы өсөн тағы ла уңайлыраҡ итеү өсөн был йүнәлештәрҙе үҫтереүҙе дауам итербеҙ, – тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.

Рейтингтағы юғары урын Башҡортостан халҡының дәүләт менән бәйләнеш булдырыу өсөн заманса технологияларҙы әүҙем файҙаланыуы хаҡында һөйләй, был йәшәү сифатын яҡшыртыуға һәм кәрәкле хеҙмәттәр алыуға киткән ваҡытты ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итә. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәүсе 14 йәштән өлкән кешеләрҙең 75 проценты Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгән.

bashgazet.ru

Башҡортостан – интернетты ҡулланыу буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урында
Башҡортостан – интернетты ҡулланыу буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урында
Автор:
Читайте нас