Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март , 15:01

«Эшем миңә шатлыҡ килтерә!»

Бишбүләк эшҡыуары Ирек Махиянов ҡош-ҡорт һанын арттырырға уйлай

«Эшем миңә шатлыҡ килтерә!»
«Эшем миңә шатлыҡ килтерә!»

Бишбүләк районының киләсәге социаль-иҡтисади яҡтан тулыһынса хеҙмәт һөйөүсән ауыл етештереүселәренең ауырлыҡтарҙан ҡурыҡмауына бәйле. Бындай миҫалдар ҙа берәү генә түгел, улар үҙҙәренең хәлле булыуын hәм артабанғы үҫешкә әҙер булыуҙарын иҫбатлай.
— Бишбүләк ауылының 1-се урта мәктәбен тамамлағас, ауыл хужалтәы эшлeре мастеры булырға уҡыным, унан һуң Стәрлетамаҡ һөнәри училищеһын тамамлап, механик дипломын алдым, — ти Ирек Махиянов.— Килешеү буйынса төҙөлөш hәм төҙөкләндереү эштәре менән шөғөлләнә
башланым. Yҙегеҙ ҙә аңлайһыҙҙыр, эшсәнлектең бындай төрө ваҡытлыса. Шуға күрә, 2021 йылда үҙ эшемде башларға hәм ҡошсолоҡ менән шөғөлләнергә уйланым. Яңы эш башлау өсөн үҙемдең сит ил машинаһын һатырға тура килде. Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында олатайымдың иҫке йорто
урынында йоморҡа һала торған тауыҡтар өсөн иркен бина төҙөнөм. Башта ит-йоморҡа өсөн ҡыҙыллы-аҡлы ябай 200 баш тауыҡ һатып алдым. 2024 йылда миңә, үҙ эшемде асыусы кеше булараҡ, райондың Мәшғүллек үҙәге аша социаль контракт төҙөүҙә адреслы социаль ярҙам күрһәтелгәс, Саҡмағоштан йоморҡа һалыусы нәҫелле тауыҡтар һатып алдым. Һәм ҡош-ҡорттоң һанын 300-гә ҡәҙәр арттырҙым. Бүлеп бирелгән аҡсаға Удмуртиянан яңы универсаль инкубатор һатып алдым. Махсус компьютер программаһы буйынса бер юлы 800 йоморҡа һалдым. Инкубаторҙағы барлыҡ эш автоматлаштырылған. Йоморҡа һалғанда, шунда уҡ конкрет температураға, дымлылыҡҡа hәм вентиляцияға программа ҡуйыла. 28 көндән себештәр сыға башлаясаҡ. Абдулинонан ҡатнаш аҙыҡ менән барлыҡ төр аҙыҡты себештәр өсөн дә, тауыҡтарҙың үҙҙәре өсөн дә һатып алам. Минең үҙемдең бәләкәй иген тарта торған тирмәнем бар. Ҡайһы берҙә шунда иген культураларының төрлө сорттарын тартам. Теләк кенә булһын,
хәл итеү юлы hәр саҡ табыла.
Бер ҡасан да моңаймай торған, эш һөйөүсән һәм тырыш Ирек Махиянов, хәҙер тауыҡ йормортҡаһын етештереү һәм себештәр сығарыу менән бергә күркә үҫтереү менән дә шөғөлләнергә теләй.  Яҡты hәм йыйнаҡ кетәктә яңғырауыҡ тауышлы әтәстәр, ҡытаҡлаусы тауыҡтар менән бер рәттән, махсус ҙур ситлектә ҙур ата кyркә лә үҙен бик яҡшы хис итә. Әлегә уның пары юҡ. Әммә өс мең һум түләнгән, ошо көндәрҙә уға иптәш ҡайтырға тейеш.  
— Йоморҡа һатыу менән минең проблемам юҡ, — ти Ирек Ғәбделбарый улы. — Күбеһенсә йомортҡаны бындағы халыҡ hәм Бишбүләктәр һатып ала. Тиҙ генә алып бөтөрәләр, улар магазиндыҡынан айырыла бит. Эрерәк тә, тәмлерәк тә, йорттоҡо һымаҡ. Ҡайһы берәүҙәр бер юлы йөҙәр дана ала. Ҡиммәт түгел — ун йомортҡа өсөн 140 һум. Кешеләрҙең һатып алыуҙары hәм маҡтауҙары мине, әлбиттә, һөйөндөрә.
Теләһә ниндәй эштә стимул булырға, hәм эш шатлыҡ китерергә тейеш. Мине ҡатыным Айгөл Рәсим ҡыҙы менән бәләкәй улым ҡанатландыра hәм рухландыра.
Владимир СМОЛОВ.

«Эшем миңә шатлыҡ килтерә!»
«Эшем миңә шатлыҡ килтерә!»
Автор:
Читайте нас: