Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март , 14:53

Таллыһыҙала медицина пункты төҙөлә

Яңы бина заманса стандарттарға һәм талаптарға яуап бирә.

Таллыһыҙала медицина пункты төҙөлә
Таллыһыҙала медицина пункты төҙөлә

Баҡалы районының Таллыһыҙа ауылында, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Яңы бина заманса стандарттарға һәм талаптарға яуап бирә. Медицина пунктында пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Фельдшер һәм акушер кабинеттары, процедура, прививка һәм дарыуҙар өсөн махсус бүлмәләр ҡаралған.

Яңы ҡорамалдар һәм дистанцион технологиялар ҡулланыу һөҙөмтәһендә медицина ярҙамы сифаты яҡшырасаҡ. Яңы ФАП-та медицина хеҙмәткәрҙәре Таллыһыҙа һәм Һөйөндөк ауылдары халҡын ҡабул итәсәк. Барлығы – 233 кеше.

– Ауылда оҙаҡламай яңы медицина пункты асылыуына бик шатмын. Йәшәгән ереңдән алыҫ китмәйенсә тейешле медицина ярҙамын алыу айырыуса өлкәндәр өсөн мөһим, – ти фельдшер Фәриҙә Ғабдуллина.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

bashgazet.ru 

 
 
Таллыһыҙала медицина пункты төҙөлә
Таллыһыҙала медицина пункты төҙөлә
Автор:
Читайте нас: