Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март , 17:10

Эшҡыуарлыҡ, туризм өлкәһендә ниҙәр башҡарылған һәм планлаштырыла?

Министрлыҡтың коллегия ултырышы булды.

Эшҡыуарлыҡ, туризм өлкәһендә ниҙәр башҡарылған һәм планлаштырыла?
Эшҡыуарлыҡ, туризм өлкәһендә ниҙәр башҡарылған һәм планлаштырыла?

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары 142 меңгә еткән – планлаштырылған 140 меңдән ашҡан. Ағымдағы йылдың аҙағына был күрһәткесте тағы ике процентҡа арттырып, 145 меңгә еткереү ҡарала.

Был мәғлүмәт 12 мартта Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы коллегияһының йомғаҡлау ултырышында әйтелде.

- Бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһе 600 меңгә яҡын кешене хеҙмәт менән тәьмин итә. Шулай уҡ үҙмәшғүл граждандар һанының артыуы күҙәтелә. Йыл йомғаҡтары буйынса, уларҙың дөйөм килеме, былтырғы менән сағыштырғанда 74 процентҡа тиерлек артып, 33 миллиард һумдан ашҡан. Республика бюджетына дөйөм килемгә һалым буйынса эшҡыуарҙарҙан һәм үҙмәшғүлдәрҙән керемдәр 22 миллиард һум тәшкил итте, был үткән йылға ҡарағанда 38 процентҡа күберәк, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, коллегия ултырышын асып.

Ведомствоның йомғаҡлау сараһында шулай уҡ федераль, төбәк министрлыҡтары, ведомстволары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам инфраструктураһы ойошмалары вәкилдәре, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт һәм Йәштәр советы ағзалары, төбәктең бизнес-шәрифтәре, йүнселдәр ҡатнашты.

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко үҙ сығышында ведомствоның бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ, туризм өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу йәһәтенән эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Республика эшҡыуарҙар иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында икенсе, Рәсәйҙә унынсы урынды биләй, тип билдәләне.

Былтыр эшҡыуарлыҡ өлкәһенә федераль дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы бер миллиард һум тәшкил итте, уның 445 миллион һумдан ашыуы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн бүленде. Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысына ярашлы булдырылған яңы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") ярашлы эшмәкәрлек дауам итә.

Артабан ултырышта ҡатнашыусылар йүнселдәр менән дәүләт органдары араһында мөһим бәйләүсе звено булып торған бизнес-шәрифтәр эшен тикшерҙе. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фондының генераль директоры Элиана Сәйетова һүҙҙәренсә, былтыр бизнес-шәрифтәрҙең танылыу кимәле ярайһы артҡан. Уларҙың әүҙемлеген баһалау өсөн министрлыҡ йыл һайын муниципалитеттарҙа һөҙөмтәлелек рейтингы үткәрә. “Ҡала округы” категорияһында Нефтекаманың бизнес-шәрифе иң яҡшы күрһәткестәргә эйә, артабан Ағиҙел һәм Сибай килә. “Ҡала биләмәһе булған муниципаль райондар” категорияһында Туймазы районы беренсе килә, унан һуң – Белорет һәм Мәләүез. “Ауыл биләмәле муниципаль райондар” төркөмөндә Асҡын беренселекте биләй, унан һуң Өфө, Әбйәлил райондары килә.

– Башҡортостанда туризм өлкәһе лә тотороҡло үҫеүен дауам итә. 2024 йылда был секторҙа түләүле хеҙмәттәр күләме 21 миллиард һум самаһы тәшкил итте, – тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

2024 йылда турист инфраструктураһын үҫтереү буйынса 33 инвестиция проекты дөйөм суммаһы 108 миллион һумдан ашыулыҡ грант ярҙамы алды. Төбәктә яңы турист биләмәләре асылып, тиҙ арала популярлыҡ яуланы. Уларға “Торатау” геопаркындағы этнокомплекс, “Янғантау” геопаркындағы “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы, Шишмә районындағы “Турахан” визит үҙәге ҡарай. Был объекттарҙа 580 меңдән ашыу кеше булған.

Коллегия ултырышында ведомствоның 2025 йылға бурыстары, эшмәкәрлек мөмкинлектәре билдәләнде. Йүнселлеккә ярҙам инфраструктураһын үҫтереү, бизнес-шәрифтәр институты аша эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү системаһын камиллаштырыу планлаштырыла. Шулай уҡ “Минең бизнес” үҙәге базаһында креатив эшҡыуарлыҡ өсөн ярҙам саралары индереү күҙаллана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Туризм өлкәһендә инфраструктураны үҫтереү, шул иҫәптән “Янғантау” геопаркында яңы объекттар төҙөү, “Мәсетле” киҫелешендә һаҡлау-ҡарау киртләстәре булдырыу йәһәтенән эш дауам итә. Бынан тыш, биләмәне төҙөкләндереү, “Торатау” геопаркында йәй асылырға тейешле “Таш аҫты” локацияһы проекты буйынса визит үҙәк ҡуйыу күҙаллана.

Сара аҙағында эшҡыуарлыҡ һәм туризм өлкәһен үҫтереүгә өлөш индергәндәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Шулай уҡ ултырыш барышында Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән “Ижад үҙәге реклама агентлығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Фотолар: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Эшҡыуарлыҡ, туризм өлкәһендә ниҙәр башҡарылған һәм планлаштырыла?
Эшҡыуарлыҡ, туризм өлкәһендә ниҙәр башҡарылған һәм планлаштырыла?
Автор:
Читайте нас: