Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март , 15:25

Республикала 93 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаш бәйләй

Ошо көндәрҙә Әлфиә Исламгәрәй ҡыҙы Сәйфетдинова Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан миҙал тапшырылған

Республикала 93 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаш бәйләй
Республикала 93 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаш бәйләй

Кушнаренко районының оло йәштәге кешеләренең береһе Әлфиә Исламгәрәй ҡыҙы Сәйфетдиноваға иҫтәлекле награданы  Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Латипов һәм Шәрип ауыл советы башлығы Рөстәм Ғилманов тапшырҙы.

Әлфиә Исламгәрәй ҡыҙына 93 йәш, ул Гөргөрөй ауылында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуған ауылында колхозда эшләгән, фронтҡа ярҙам иткән.

Махсус хәрби операция башланғас, Әлфиә Исламгәрәй ҡыҙы, олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ирекмәнлек эшенә әүҙем ҡушылған. Инәй яугирҙәребеҙ өсөн бик күп йөн ойоҡтар бәйләгән. 

«Әлфиә Исламгәрәй ҡыҙына 80 йыл элек һәм хәҙер илебеҙ һаҡсыларына ярҙамы өсөн ихлас рәхмәтемде белдерҙем. Уның кеүек кешеләр беҙгә төрлө һынауҙар осоронда берҙәмлектең һәм бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙыуҙың мөһимлеген иҫкә төшөрә», — тип яҙа Марат Латипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru

Республикала 93 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаш бәйләй
Республикала 93 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаш бәйләй
Автор:
Читайте нас: