Районыбыҙ халҡы махсус хәрби операциялағыларға ҙур ярҙам күрһәтә. Ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үрә, шулай уҡ төрлө йәштәгеләр гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша һәм аҡсалата ярҙам итеү буйынса бик күптәр үҙ өлөштәрен индерә.
Ҡаныҡай ауылы ирекмәндәре лә, башҡалар кеүек, ир-егеттәребеҙ яҙмышына битараф түгел, уларҙың иҫән-һау өйҙәренә ҡайтыуын теләп, маскировка селтәрҙәре үрергә керешкән. Ни тиһәң дә, маскировка селтәрҙәре ҡоралдарға, хәрби техникаға ябыу өсөн бик тә кәрәкле әйбер. Был селтәрҙәр тура мәғәнәһендә яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итеү сараһы ла.
- Беҙҙең был эшкә тотонғаныбыҙға март айында ике йыл тулды. Баштағы мәлдә килеүселәр шаҡтай күп булһа ла, хәҙер даими йөрөүселәрҙән унлап ҡына кеше йөрөй. Ошо ваҡыт эсендә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сетка үреүгә шул тиклем оҫтарҙы, уларҙың ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Кеше аҙыраҡ килгәндә, ике көнгә берҙе үрһәк, күмәк булғанда берәүҙе әҙерләйбеҙ. Бишбүләккә ҡайтҡан материалды ирем Илмир менән барып алабыҙ һәм әҙерҙәрен илтәбеҙ, ҡайһы берҙә ауыл хәкимиәте башлығы Ришат Нуриман улына биреп ебәрәбеҙ, - ти был эштәрҙе ойоштороусы Әминә Миңдеғәли ҡыҙы.
Һәр ауылдағы кеүек, мәҙәниәт йортоноң уртаһында селтәр үреү станогы тора. Йорт мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, изге эшкә ҡушылған Илгизә Шакирова, Розалия Муллағәлиева, Әминә һәм Луиза Абдрахмановалар, Мәрйәм Хәкимова, Рима Нафиҡова, Сәмиғә Сәлихова, Вәхизә Ишниязова, Гөлсиә Исхакова, Ильвира Буранғолова йылдам эшләй. Илгизә Рәлиф ҡыҙы материалды таҫмаларға киҫеп тора, был үҙе үк эште күпкә еңеләйтә. Ҡатын-ҡыҙҙар эш араһында йырлап алырға ла, үҙҙәре алып килгән тәмле ризыҡтар менән сәй эсеп алырға ла өлгөрә.
- Һалдаттарыбыҙ өсөн маскировка селтәре үрергә йөрөүселәрҙе һәр яҡлап килгән тиергә була, улар вокал түңәрәгендә ҡатнаша, йыр-моң һөйөүселәр булараҡ, ауыл байрамдарын йәмләй, район кимәлендәге төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Район мәҙәниәт Һарайындағы популяр йырсы Радик Динәхмәтов менән үткән осрашыуҙа беҙҙең ирекмәндәргә район хәкимиәте башлығы А.М.Зарипов исеменән Рәхмәт хаты тапшырылды, шулай уҡ үҙемә лә Радий Хәбировтан Рәхмәт хаты бирелде, - ти, Әминә Абдрахманова.
-Яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүебеҙгә шатбыҙ. Бының менән беҙ еңеүгә ҙур өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Иң мөһиме – яугир яҡташтарыбыҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын, – ти изге күңелле ирекмәндәр.
Ауыл халҡы маскировка селтәрҙәрен бәйләү менән генә сикләнмәй, гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, район үҙәгендә ойошторолған гуманитар ярҙам йыйыу пункттарына тапшырыла, шулай уҡ МХО-лағыларға ярҙам йөҙөнән аҡса йыялар.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.