Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
16 Март 2025, 08:34

Бишбүләк дауаханаһына РЕНЕКС күсмә палата рентген-аппараты алынды

Уны «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә алыу мөмкин булды.

Бишбүләк дауаханаһына РЕНЕКС күсмә палата рентген-аппараты алындыБишбүләк дауаханаһына РЕНЕКС күсмә палата рентген-аппараты алынды
Бишбүләк дауаханаһына РЕНЕКС күсмә палата рентген-аппараты алынды

Күсмә рентген-аппарат туранан-тура дауахана палаталарында һәм башҡа махсуслашмаған биналарҙа рентгенографик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Ул мобиль сымһыҙ яҫы панельле детектор менән йыһазландырылған, был компьютер экранына юғары сифатлы һүрәттәрҙе шунда уҡ алырға мөмкинлек бирә. Ренекс аппаратының үҙенсәлектәре булып шасси һәм аяҡ педаль тормозы арҡаһында еңел хәрәкәт итеү, конструкцияның тотороҡлолоғо, кассеталарҙы рентгендан һаҡлау контейнерында уңайлы һаҡлау, интуитив аңлайышлы интерфейслы һәм һүрәттәрҙе анализлау өсөн аныҡ инструменттар менән программа тәьминәте тора.

— Яңы ҡорамалдарҙа аҙ хәрәкәтсән пациенттарҙы транспортлау кәрәкмәйенсә тикшерергә, ауыр сирлеләрҙә өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килеү хәүефен кәметергә, ашығыс осраҡтарҙа патологияны оператив диагностикаларға, шулай уҡ медицина персоналының эш һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкин,- тип билдәләне Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Марат Абдуллин.

2025 йылда Башҡортостанда ауылдарҙа 134 берәмек модуль конструкция (121 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 9 табип амбулаторияһы, 4 дөйөм практика табибы офисы) һатып алыу һәм ҡуйыу, 9 объектҡа капиталь ремонт үткәреү, 4,5 меңдән ашыу берәмек ҡорамал һатып алыу, 99 берәмек автотранспорт һатып алыу планлаштырылған.

https://contenta.info/press_releases/955973#scroll

 

Бишбүләк дауаханаһына РЕНЕКС күсмә палата рентген-аппараты алынды
Бишбүләк дауаханаһына РЕНЕКС күсмә палата рентген-аппараты алынды
Автор:
Читайте нас