Ҡамыр өсөн бер йомортҡа, ярты стакан шәкәр, бер семтем тоҙ, 150 грамм иретелгән аҡ май, 150 грамм ҡаймаҡ, 400 грамм он, 10 грамм йомшартҡыс (йәки сода) кәрәк.
Эслек өсөн: ярты килограмм эремсек, бер йомортҡа, ярты стакан шәкәр, бер аш ҡалағы ҡаймаҡ, манный ярмаһы.
Тәүҙә онға йомортҡа, шәкәр, тоҙ, аҡ май, йомшартҡыс һалып ҡамыр баҫабыҙ ҙа 20-30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шунан эслек эшләйбеҙ. Эремсеккә йомортҡа, шәкәр, ҡаймаҡ, манный ярмаһын ҡушып, блендер менән һәйбәтләп туғыйбыҙ.
Әҙер ҡамырҙы йәйеп, шаҡмаҡлап ҡырҡып сығығыҙ һәм эслек һалып, дүрт яғынан тоташтырығыҙ. Артабан табаны (форманы) майлап, печеньеларҙы теҙәбеҙ.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 25- 30 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!