2024 йылдың июнь айында Ҡушйылға ауылында яңы модулле ФАП асылды, бында халыҡты юғары категориялы фельдшер Рәмзиә Шәйхи ҡыҙы Шиhапова ҡабул итә. Уның ҡарамағында Ҡушйылға, Петровка hәм Ереклетамаҡ ауылдарында йәшәүселәр, халыҡтың дөйөм һаны 659 кеше, шуларҙың 115-е балалар. Рәмзиә Шәйхи ҡыҙының 37 йыл хеҙмәт стажы бар, уның шаҡтай өлөшөн — 25 йыл фельдшер булып эшләй. Ул 1987 йылда Бәләбәй медицина училищеһында уҡыуын тамамлағандан һуң, Михайловка дауаханаһына шәфҡәт туташы булып килә. Шул йылда уны Мәнәүез-Мәскәүгә фельдшер итеп кyсерәләр. Шул ваҡыттан бирле ул шунда эшләй ҙә инде. 1998 йылда Өфөлә фельдшерлыҡҡа әҙерлек курстары үтә.
— Әлбиттә, иҫке hәм яңы модулле ФАПта эшләү шарттарын бер нимә менән дә сағыштырып булмай, был күк менән ер араһы кеүек. Бында барлыҡ уңайлыҡтар ҙа бар, эйе, йылы, канализация үткән. Эшлә hәм шатлан ғына. Яңы ФАП — барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә торған заманса учреждение. Унда барлыҡ кәрәкле йыhаз: ҡабул итеү, акушер-ҡарау процедура, көтөү, медикаменттарҙы һаҡлау бүлмәләре һәм санузел бар. Барыһы ла таҙа, бөхтә, заманса. — ФАПта участок табип-терапевы Гөлназ Марс ҡыҙы Миhранова hәм табип-педиатр Элина Алексеевна Чурсина ҡабул итә. График буйынса ауылға махсуслашҡан мобиль ФАП килә. Декабрҙә мобиль ФАП менән үҙҙәре бара алмаусыларҙың, шулай уҡ медицина тикшереүҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырыусыларҙың йорттарын йөрөп сыҡтыҡ, — тип һөйләй фельдшер.
Ҡушйылға ауылының модулле ФАПында Рәмзиә Шиhапова ваҡытлыса декрет ялында булған фельдшер урынында эшләй. Аҙнаһына дүрт көн мәктәп автобусында Ҡушйылғаға килә, шул автобуста ҡабат Мәнәүез-Мәскәүгә ҡайта, уны унда ла ауырыуҙар көтә бит: врач билдәлән процедураларҙы ҡалдырырға ярамай. Йома көндә иртәнән кискә ҡәҙәр Мәнәүез-Мәскәүҙә пациенттар ҡабул итә.
— Яңы ФАП булыуға бик ҡәнәғәтбеҙ, фельдшерыбыҙ бар. Элек медицина ярҙамы алырға Михайловкаға барырға туры килә ине. Хәҙер беҙгә кәрәкле ярҙамды тыуған ауылыбыҙҙа алабыҙ, — тип уй-хистәре менән уртаҡлаша килеүселәрҙең береһе Татьяна Даниловна Тимофеева.
Бында йәшәүсе Маргарита Константиновна Михайлова элек нисек Михайловкаға йәки район больницаһына консультация алыу өсөн барырға тура килгәнен һөйләй.
- Хәҙер бит яҡында ғына. ФАП фельдшеры Рeмзия Шиhапова пациенттарҙы ҡабул итеп кенә ҡалмайынса, профилактик тикшереүҙәр үткәрергә, ашығыс хәлдәрҙә беренсе ярҙам күрһәтергә, вакцинация яһарға ла өлгөрә. Беҙҙә яңы фельдшерлыҡ пункты асылыуға бик-бик шатбыҙ. Ә беҙҙең фельдшерыбыҙ Рәмзиәне беҙ бик яратабыҙ! — ти аҙаҡтан ханым.
Ҡушйылғала яңы модулле ФАП асылыу менән медицина ярҙамы күрһәтеү сифатлы була башлаған, тимәк, ауыл тормошо ла уңайлыраҡ hәм хәүефһеҙерәк була башланы.
Маргарита Клара Венеровна Семенова, Ҡушйылға ауыл Советы ауыл биләмәһенең ер төҙөлөшө буйынса белгесе:
— Бында яҡты, йылы, өйҙәге кеүек. Беҙҙең фельдшер hәр кем өсөн йәне-тәне менән борсола. Халыҡ килә, ярҙам ФАПта ғына түгел, ауырыуҙың өйөндә, карауаты янында ла күрһәтелә.
Яңы ФАП — мөғжизә ул!Табип-педиатр Элина Чурсина беҙҙең яныбыҙға аҙна һайын, hәр шишәмбе килә. Хәҙер балаларҙы юлһыҙ юлдан күрше Михайловкаға (унда табип амбулаторияһы урынлашҡан) йәки район үҙәгенә алып барыуҙың кәрәге юҡ. Фельдшер Рәмзиә Шәйхиевна анализдар ҡабул итеүҙе һәм тапшырыуҙы яйға һалды. Барлыҡ төрҙәрҙе лә ҡабул итә, hәм табип-терапевт hәм табип-педиатр водителдәре уларҙы лабораторияға илтә.
Ауыл халҡы ФАПка бик теләп йөрөй: бында уңайлы. Беренсе ярҙам күрһәтеүҙән тыш, Рәмзиә Шәйхи ҡыҙы врачтарҙың барлыҡ бурысын да үтәй. Беҙ «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, уның ярҙамында беҙҙә был иҫ киткес ФАП барлыҡҡа килде. Һәм, әлбиттe, беҙ ошондай ярҙамсыл фельдшерыбыҙ булыуы менән бәхетле!
Тимофеев Виктор Владимирович, Ҡушйылға ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы:
— Элек ауыл халҡы йыйындарҙа яңы ФАП кәрәк, тип даими әйтә ине. Фельдшер Рәмзиә Шәйхи ҡыҙы беҙҙә 2022 йылдың майында фельдшерлыҡ пунктының иҫке бинаһында уҡ эшләй башланы. Уҙған йылдың июнендә беҙҙә яңы модулле ФАП асылды. Халыҡ ҡәнәғәт. Ятҡан ауырыуҙарҙы ҡарау өсөн мөмкин булғанса транспорт бирергә тырышабыҙ.
Ирина ФОМИНА,
автор фотоһы.