Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
26 Марта 2025, 11:58

Ҡоролтай йыйылышы эшлекле юҫыҡта үтте

Әлшәй ерендәге сарала ете район вәкилдәре ҡатнашты

Ҡоролтай йыйылышы эшлекле юҫыҡта үттеҠоролтай йыйылышы эшлекле юҫыҡта үтте
Ҡоролтай йыйылышы эшлекле юҫыҡта үтте

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Раевкала күсмә ултырыш ойошторҙо. Унда Дәүләкән, Шишмә, Благовар, Миәкә, Бишбүләк, Әлшәй, Шишмә районы вәкилдәре килгәйне. Был сарала шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ю. М. Йосопов, Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ә. Д. Тимербулатов һәм ҡоролтай рәйестәре ҡатнашты.

Сара башҡорт халҡының Гимны булған Урал йыры менән башланып китте. Ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Әлшәй районы хәкимиәте башлығы Наил Әбелғужин сығыш яһаны һәм уңышлы эш теләне.

Ҡоролтай эшенең тәүге өлөшөндә билдәле журналист, телевидение хeҙмәткәре Наил Юнысов Ватанды һаҡлаусылар йылы уңайынан квиз-уйын уҙғарҙы. Төрлө район командалары үҙҙәренең тапҡырлыҡтарын күрһәтеп, башҡорт теле, тарихы һәм мәҙәниәтенә бәйле һорауҙарға яуап эҙләне. Һөҙөмтәләр түбәндәгесә: 1-се урында - Бишбүләк командаһы;2-се - Әлшәй командаһы; 3-сө -Дәүләкән командаһы.
Һуңынан төрлө йүнәлеш буйынса (өҫтәл артында) ҡоролтай эшен йәнләндереү буйынса фекер алышыу булды. "Махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса ҡоролтай эшмәкәрлеге", "Медиа хәрәкәте йүнәлеше", "Мәктәпкәсә учреждениелпар менән үҙ-ара  эш итеү йүнәлеше" һ.б. һорауҙар буйынса һәр төркөм үҙенең тәҡдимдәрен индерҙе һәм һәр команда үҙ презентацияһын яҡланы. Беҙҙең районыбыҙҙан уңышлы эшҡыуар Булат Ноғоманов милләттәштәр араһында йылҡысылыҡ, туризм, дарыу үләндәре йыйыу, шәхси ял итеү үҙәктәре булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны, Эшләүсе йәштәрҙе ҡоролтай эшенә йәлеп итеү темаһы буйынса Динара Ноғоманова һөйләп үтте. 

Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов балалар баҡсаһында һәм мәктәптәрҙә туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләһе буйынса сығыш яһаны һәм тиҙҙән белем усаҡтары буйлап рейдтар ойоштороласағын хәбәр итте. Йылы осрашыу күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. 

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

автор фотолары. 

Ҡоролтай йыйылышы эшлекле юҫыҡта үтте
Ҡоролтай йыйылышы эшлекле юҫыҡта үтте
Ҡоролтай йыйылышы эшлекле юҫыҡта үтте
Ҡоролтай йыйылышы эшлекле юҫыҡта үтте
Ҡоролтай йыйылышы эшлекле юҫыҡта үтте
Ҡоролтай йыйылышы эшлекле юҫыҡта үтте
Ҡоролтай йыйылышы эшлекле юҫыҡта үтте
Автор:Гумерова Л
Читайте нас