Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
29 Март 2025, 04:54

Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына

Бишбүләк мәҙәниәт Һарайында "Еңеү Хаты" үҙешмәкәр мәҙәни марафондың һайлап алыу этабы үтте

Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығынаБөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына
Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына

Район үҙәгендәге төрлө ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре "Еңеү хаты" фестиваленә ентекле әҙерләнде: көн һайын репетициалар дауам итте Һәм был көндө һәүәҫкәр артистар тулҡынланып көтөп алды. 

Мәҙәниәт Һарайында һуғыш осорон сағылдырған күргәҙмәләр ҡуйылғайны. Һуғыш еле һәр ғаиләлә ҡағылған, беҙҙең ата-бабайҙарыбыҙ Тыуған ил өсөн йәнен аямай көрәшкән. Бөгөн дә шул осорҙоң шаңдауы булып, өсмөйөшлө хаттар, фотолар һәм башҡа ҡәҙерле ҡомартҡылар һаҡлана. Килеүселәр экспонаттарҙы ҡараны, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына ҡуйылған стендтар менән танышты һәм фотоға төштө. 

Сәхнә артында хәрби формалағы ир-егеттәр һәм шул осорға ярашлы кейенгән ҡатын-ҡыҙҙар сәхнәгә сығыу өсөн әҙерләнде. «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу үҙәге, Район үҙәк дауаханаһы, МФЦ, Бишбүләк районы мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре һ.б. бер-бер артлы сығыш яһаны. 

Ун ике коллектив ҡатнашлығындағы бай йөкмәткеле концерт патриотик рухтағы йырҙар менән башланып китте, уны район хәкимиәте хеҙмәткәрҙәре башҡарған дәртле бейеүҙәр, Ватанға һөйөү менән һуғырылған шиғырҙар алыштырҙы. Беҙ, "Яҡты юлдан" гәзите хеҙмәткәрҙәре, "Катюша" йырын башҡарҙыҡ, был үлемһеҙ йыр менән тағын ике коллектив сығыш яһаны. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең әҙерләгән сәхнә күренеше һәр кемде тылда ауыр һуғыш йылдарында көндө-төнгә ялғап эшләгән әсәй-инәйҙәрен хәтерләткәндер. 

Бөтә тамашасылар ҙа фронт күренештәрен, дәртле лә һағышлы ла йырҙарҙы тын да алмай йотлоғоп тыңланы һәм дәррәү алҡыштар менән оҙатты. Айгөл Гәрәева (балалар менән), Руфина Әхмәтйәнова һ.б. йырҙары күңелдәргә үтеп инде. 

Илебеҙ иңенә ҙур һынау булып төшкән ауыр осорҙы беҙҙең ата-бабаларыбыҙ лайыҡлы үткән. Һәр ғаиләнең ғорурланырлыҡ шәхестәре бар.  Үкенескә күрә, бөгөн дә ил сиктәре тыныс түгел, ҡан ҡойош тиҙерәк таиаиланһын ине, тип теләйбеҙ. 

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

автор фотолары. 

Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына
Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына
Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына
Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына
Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына
Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына
Автор:Гумерова Л
Читайте нас