Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
1 Апрель 2025, 07:18

Яугир олатаһы ла өс һуғышта ҡатнашҡан

"Африка" позыйнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.

Яугир олатаһы ла өс һуғышта ҡатнашҡанЯугир олатаһы ла өс һуғышта ҡатнашҡан
Яугир олатаһы ла өс һуғышта ҡатнашҡан

Яҡташтарыбыҙ тыуған илебеҙҙе батырҙарса яҡлауын дауам итә. Яңыраҡ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальонының “Африка” позывнойлы БПЛА операторы Украина хәрби көстәре техникаһын һәм тере көсөн юҡ иткән. Видео “Башҡорт батальоны” телеграм-каналында баҫылды.

Ҡыйыу егет сығышы менән Бишбүләк районынан. Башҡорт батальонында подразделение ойошторолғандың тәүге көндәренән үк пилотһыҙ осоу аппараттары взводының расчет начальнигы булып хеҙмәт итә. “Африка” — һауа разведчигы, дошмандың ҡайҙа икәнен асыҡлай.

Яугир тураһында Стәрлетамаҡтан “Башҡорт” позывнойлы полкташы һоҡланып һөйләне. “Минең “Африка” позывнойлы яуҙашым хәрби хәлде контролдә тота. Башҡа батальондар өсөн дә эшләй тип әйтергә мөмкин”, - тине "Башҡорт". 

Яҡташыбыҙ батырлығы һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены, генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән.

Әйткәндәй, 2024 йылдың 9 декабрендә – Ватан Геройҙары көнөндә Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилин уға “Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы” тигән маҡтаулы исем бирҙе.

 “Ярҙам итергә, ситтә ҡалмаҫҡа кәрәк, тип өйрәтеп үҫтерҙеләр мине. Миҫалдарҙы күп күрҙем. Олатайым өс һуғышты үткән. Мин ҡурҡмайым. Шуға күрә мин Ватанды һаҡлау өсөн махсус хәрби операцияға киттем”, — тине “Африка” Пушилин менән осрашыуҙа.

Фото: “Башҡорт батальоны”  телеграм-каналынан.

Яугир олатаһы ла өс һуғышта ҡатнашҡан
Яугир олатаһы ла өс һуғышта ҡатнашҡан
Автор:
Читайте нас