Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
6 Апрель 2025, 05:55

Табын йәме - ваҡ бәлеш

Ҡамыр өсөн 5 аш ҡалағы аҡ май, 125 мл кефир, 1 йомортҡа, 500 гр он, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ разрыхлитель кәрәк була.  

Табын йәме - ваҡ бәлешТабын йәме - ваҡ бәлеш
Табын йәме - ваҡ бәлеш

Эслек өсөн тәменә ҡарап тоҙ, 500 гр фарш, 2 һуған, 4 картуф, 200 мл һыу, тәменә ҡарап борос алына.

Аҡ май туңғаныраҡ булһа яҡшыраҡ. Уны ҡырғыстан үткәреп алырға тура килер. Ҡалған ингредиенттарҙы бергә ҡушып, һығылмалы ғына ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙың өҫтөн пленка менән ҡаплап, 20 минутҡа һыуытҡысҡа ултыртып торабыҙ.

Картуфтың ҡабығын әрсеп, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ. Унан фарш, картуф, һуғанды бергә ҡушып бутайбыҙ.

Ошонда уҡ һыу өҫтәйбеҙ ҙә йәнә болғатабыҙ. 

Ҡамырҙы 10 киҫәккә бүлеп, йоморсаҡтар эшләп сығабыҙ. Һәр ҡайһыһынан 16-17 см тирәһендәге диаметры йәймәләр йәйеп сығабыҙ.

Йәймәләрҙең уртаһына 1-әр аш ҡалағы эслек һалып, ваҡ бәлеш формаһында йәбештереп сығабыҙ.

Әҙер бәлештәрҙе табаға һалып, 180 градуслы духовкаға оҙатабыҙ. 50 минут тирәһе ваҡытта бешеп сыға. Был ваҡыт духовка үҙенсәлегенә ҡарап йә әҙерәк, йә күберәк булыуы ла ихтимал.

Әйткәндәй, һыу ҡушҡан өсөн һеҙгә эслек шыйыҡ һымаҡ күренер. Әммә борсолмағыҙ. Ул парға сығып бөтөр һәм ваҡ бәлеш һутлы ғына булып ҡалыр. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

 
Табын йәме - ваҡ бәлеш
Табын йәме - ваҡ бәлеш
Автор:
Читайте нас