+30 °С
Болотло
Өфөгә "Еңеү поезы" 29 апрелдә иртәнге сәғәт 9.30-ҙа килә. Программа 12.30 сәғәткә тиклем дауам итәсәк. Ретропоезд составында уникаль экспонаттар менән туғыҙ платформа бар, улар араһында автомобиль-амфибия, ауыр бронетехника, һирәк осраған хәрби уҡсылар ҡоралы өлгөләре һәм «Үлемһеҙ полк»вагондары.
Паровозды профессиональ реконструкторҙар оҙатасаҡ. Стәрлетамаҡҡа "Еңеү Поезы" шул уҡ көндө кис килә. «Башинформ» мәғлүмәте буйынса, тамашалар 18.50 сәғәттән 21.20 сәғәткә тиклем уҙа.
Алдан хәбәр ителеүенсә, Башҡортостан халҡы 25 апрелдә «Еңеү диктанты»н яҙасаҡ.
Башинформ.