Башҡортостандың ағас эшкәртеү буйынса иң ҙур предприятиеһы 2025 йылдың 9 ғинуарынан 31 мартына тиклем Ҡытайға 6,88 мең кубометр йүнәлешле-юнысҡы һәм ағас-юнысҡы плитәләрен (ОСП һәм ДСП) экспортлаған. Был хаҡта Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығында хәбәр иттеләр.
Башҡортостан продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарының береһе булып тора. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса тормошҡа ашырыла.
Ағас плитәләр, ламинирланған таҡта партиялары күләме былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда ике тапҡырға арта.
Ағас әйберҙәр өлгөләре Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында энтомологик экспертиза үтте. Фитосанитар экспертиза һөҙөмтәләре буйынса карантин организмдары асыҡланмаған. Бөтә оҙатылған продукция импортлаусы илдең талаптарына тап килә.
Сағыштырыу өсөн: уҙған йылдың ғинуар – мартында Россельхознадзор идаралығы Ҡытайға экспортланған 3,19 мең кубометр ОСП һәм ДСП сертификатлаған.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.