Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
24 Апреля 2025, 17:55

Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына - 145 йыл

Бишбүләк 1-cе урта мәктәбендә “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” исемле әҙәби конкурс үтте

Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына - 145 йылХалыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына - 145 йыл
Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына - 145 йыл

Башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафуриға арналған сара, ғәҙәттәгесә, Бишбүләк 1-cе урта мәктәбендә үтте.

Әҙәби-нәфис конкурс Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры М.Ғафуриҙың ижади мираҫын өйрәнеү һәм таратыу маҡсатында ойошторолоп, районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән килгән уҡыусылар араһында үтте. Ҡаныҡай, Дим, Бишбүләк ауылының өс мәктәбенән, шулай уҡ Сухоречка, Ҡушйылға мәктәптәренән 19 уҡыусы ҡатнашты.

Әҙиптең “Үҙем һәм халҡым”, “Бир ҡулыңды”, “Эш һәм белем” шиғырҙары, “Эшсе” поэмаһы, “Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын”, "Фәҡирлектә үткән тереклек” һ.б. әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтенә алтын хәрефтәр менән яҙылған.  Әлеге сара - Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 145 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған шиғриәт кисәһе мәктәп программаһынан һәр кемгә таныш “Һарыҡты кем ашаған?” әҫәрен сәхнәләштереү менән башланып китте. Костюмдар кейеп килгән Ҡушйылға мәктәбе уҡыусылары уны бар тулылығында тамашасыға еткерҙе (етәкселәре Ғәзизова Г.Р).

Мәктәп директоры Урал Риза улы Ғатауллин сараға йыйылыусыларҙы сәләмләп үтте һәм барыһына ла ҡыйыулыҡ, сәм, уңыштар теләне. Мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Гөлназ Дамир ҡыҙы иһә үҙенең сығышында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙғарылған конкурстарға байҡау яһаны.

Бындай конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар жюри ағзаларына яҡшы таныш. Баһалама ағзалары – "Дим буйҙары” гәзитенең яуаплы хеҙмәткәре Ләйлә Ғүмәрова, район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова,  башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилара Минулла ҡыҙы Батраева, мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Гөлназ Дамир ҡыҙы баһаланы. Был юлы уҡыусылар аҙыраҡ булды, әммә һәр сығыш яһаусы оҫта һөйләүе, артислыҡ һәләте менән һоҡландырҙы. Шиғырҙар ҡабатланып торһа ла, улар һәр уҡыусының һөйләй белеү ҡеүәһенә ҡарап яңыса яңғыраны. Бәйгегә ныҡлы әҙерләнеп килгән уҡыусылар “Мең ырыуҙары” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм мәғариф бүлеге исеменән тәбрикләнде. 

Мәжит Ғафуриҙың “Гөлдәр   баҡсаһында”  шиғыры   эш   һөйөүсән,   тырыш хеҙмәт кешеләренә   бағышлаған. Күңелгә йылы май булып яғылып торған был шиғыр уҡыусылар тарафынан бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Ә барыһынан да бигерәк, уны Дим урта мәктәбенең 5-cе класс уҡыусыһы Лидиана Абайҙуллина оҫта итеп башҡарҙы (етәксеһе Р.С.Тихонова), шулай уҡ уңышлы сығыш яһаған Бишбүләк 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Камалетдинова Альмира (7 кл, етәксеһе З.Р.Семенова) 1-cе урынға лайыҡ булды. Сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тойоп, шиғырҙы ҙур оҫталыҡ менән башҡарыусы Ҡаныҡай мәктәбенән 3-сө класс уҡыусылары  Батраев Байназар һәм Халиҡов Линар (етәксеһе Д.М.Батраева), Дим урта мәктәбе уҡыусыһы Хафизова Алһыу (етәксеһе Р.С.Тихонова) 2-се урынды яуланы. 3-сө урында -  Бишбүләк 1-cе мәктәбенән 3-сө класс уҡыусыһы Ғәлиева Фирүзә (етәксеһе З.З.Муллағәлиева), Сухоречка урта мәктәбе уҡыусыһы Төхвәтуллина Ралина (етәксеһе Батталова Л.Ә.), Ҡушйылға мәктәбенән Ғәзизов Эмиль (етәксеһе Ғәзизова Г.Р.). Уларҙың барыһына ла мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһы исеменән дипломдар тапшырылды. Конкурста башҡа ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы,  мәғариф бүленең Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнде.  

Шиғыр конкурсының йомғаҡлау өлөшөндә Өфөнән килгән яҡташыбыҙ, мең ырыуы Советы рәйесе урынбаҫары Альфред Шәймәрҙәнов һәр ҡатнашыусыға “Аманат” журналын, буклет-календарҙар өләште. Дим урта мәктәбенең директоры һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән Раушания Салауат ҡыҙы Тихоноваға “Мең ырыуҙары” китабын бүләк итте.

Ошо конкурсҡа балаларҙы дәртләндереп, әҙерләп килтергән башҡорт  теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына рәхмәт белдерәбеҙ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

автор фотолары. 

 

Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына - 145 йыл
Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына - 145 йыл
Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына - 145 йыл
Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына - 145 йыл
Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына - 145 йыл
Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына - 145 йыл
Автор:Гумерова Л
Читайте нас