

Бөгөн Бишбүләк 1-cе урта мәктәбендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Лариса Абдуллина, баш белгесе Ләйсән Аҙнабаева менән осрашыу үтте. Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Алексей Данилов, район Советы секретары В.В.Булатов, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Родичкина, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Булат Ноғоманов, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ҡоролтай ағзалары, мәғариф ойошмалары етәкселәре һ.б. ҡатнашты.
Өфөнән килгән ҡунаҡтар был көндә иртүк район үҙәгендәге "Умка" һәм "Йылмайыу" балалар баҡсаларында булды һәм кескәйҙәрҙең башҡорт телен ни кимәлдә өйрәнеүе менән ҡыҙыҡһынды. Лариса Хашим ҡыҙы кескәйҙәргә журналдар таратты. Балалар баҡсаларында матур, зауыҡ менән биҙәлгән башҡорт мөйөштәре булдырылыуын телгә алды. Әммә, нисек кенә булмаһын, туған телгә һөйөү, тәү сиратта, ғаиләлә һалынырға тейешлеген барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ.
Беҙҙең районыбыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре йәшәй, мәктәптәрҙә уҡыусылар туған теле булараҡ башҡорт, рус, татар, мордва, сыуаш телдәрен өйрәнә. Мәктәптең тамаша залындағы әлеге сара ла “Бишбүләгем” йырын биш телдә башҡарыу менән асылды. Артабан ҡунаҡтарҙы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Булат Ноғоманов сәләмләп үтте, шунан һуң Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе Лариса Абдулина сығыш яһаны.
- Яҙыуҙарҙа һәм алтаҡталарҙа хаталар күренә, мәҫәлән, күп кенә ерҙә “Бишбүләк” һүҙе “бижбүләк” тип яҙылған, хатта рус телендә булғандарында да хаталар күҙгә салына. Ҡайҙалыр хаталы яҙыуҙар күрһәгеҙ, фотоға төшөрөп алығыҙ, хәҙер бындай хаталарҙы төҙәтеү өсөн махсус сайттар булдырылған, - тине ул.
Лариса Абдуллина махсус хәрби операцияға бәйле теманы ла яҡтыртты. Ошо сараға килергә ваҡыт тапҡан район хәкимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов район халҡының МХО-лағыларға тос ярҙам күрһәтеүен телгә алды һәм уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә ошо изге эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Осрашыуҙың һуңында ошо көнүҙәк мәсьәлә буйынса, йәғни туған тел яҙмышы, уны яҡлау һәм һаҡлау буйынса район башҡорттары ҡоролтайында махсус комиссия булдырырға һәм эште йәнләндерергә тигән ҡарар ҡабул ителде.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.