

Данлыҡлы танкист Ғәбдрәүф Гәрәев “Звезда” телеканалында тапшырыуҙар төшөрөүҙә ҡатнашҡан.
Бөйөк Ватан һуғышы яугире Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткән хәрби парадта ҡатнашыу тураһында хыяллана. 2023 йылда Ғабдрүф Сәләх улының хыялын Дәүләт думаһы депутаты Динар Ғилметдинов тормошҡа ашыра. 78-се еңеүле яҙҙа танылған яҡташыбыҙ 9 Май хөрмәтенә илдең төп парадында Башҡортостан исеменән сығыш яһаны.
– Мине унда Бәләбәйҙә йәшәгән ҡыҙым алып барҙы. Мәскәү вокзалында «Звезда» телеканалы вәкиле Наталья ҡаршыланы. Ул ҡыҙыма ҡасан телестудияға килергә кәрәклеген аңлатты. Тапшырыуға төшөү көнөндә студияға ингән урында уҡ йылы ҡаршыланылар. Тележурналистар минән башҡа тағы ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән әңгәмәләште. Беҙҙән фронт биографияһы тураһында һораштылар, һуғыш эпизодтарын иҫкә алыуыбыҙҙы һоранылар. Тапшырыуҙың ҡайһы көндә эфирға сығасағын, ваҡытын әйтеп, шылтыратасаҡтарын әйттеләр, – тип бәйән итә.
Ә был көндәрҙә оптимист рухлы ветеран музейҙарҙа була, мәктәптә йәш быуын менән осраша һәм үҙенең фронт хәтирәләре менән уртаҡлаша.
https://vk.com/belebey_heberzere