

Өфө ҡалаһындағы Профсоюздар йортонда, Рәсәй профсоюздарының бойондороҡһоҙ Федерацияһы, 1 Май эшселәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө уңайынан, 1 Май акцияһын ойошторҙо. Девизы – "Ҡаһарман хеҙмәт – Еңеүгә гарантия". Ул көндө шулай уҡ Хеҙмәтте һаҡлау көнө лә билдәләнде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың спорт министры Руслан Хәбибов барыһын да Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исеменән ҡотланы.
– Төп бурыстарҙың береһе – предприятие-ойошмаларҙа эшселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу. Әлбиттә, хәүефһеҙлек иң беренсе урында тора, – тине Руслан Таһир улы. – Дәүләтебеҙ өсөн дә, эш биреүселәр өсөн дә эшселәрҙең һаулығын һаҡлау – тәүмаҡсат, йәрәхәтләнеүҙәргә юл ҡуймау тураһында ла онотмайбыҙ. Даими рәүештә уҡытыуға, белмдәрен камиллаштырыуға өҫтөнлөк бирелә.
Руслан Хәбибов республика етәкселегенең хеҙмәткәрҙәр мәнфәғәтендә уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, шул уҡ ваҡытта бер ниндәй имгәнеүһеҙ эшләү һәр кемдең үҙенә лә бәйле, тине.
Шуныһы: хеҙмәт коллективтары махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарҙы ярҙамынан өҙмәй. "Күмәкләгән – яу ҡайтарған", тибеҙ. Ысынлап та, бергә булғанда ғына дошманды еңеүгә өмөт ҙур.
Сара барышында хеҙмәтте һаҡлау көнөнә бәйле Башҡортостан буйынса Профсоюздар федерацияһының ултырышы үткәрелде, аҙаҡтан хеҙмәтте һаҡлау буйынса юғары уңыштарға өлгәшкән предприятиелар бүләкләнде.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.