Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
29 Апрель 2025, 18:53

Өфөгә «Еңеү паровозы» килде

Ул Вога Федераль буйы округының 14 станцияһында туҡталыш яһай

Өфөгә «Еңеү паровозы» килдеӨфөгә «Еңеү паровозы» килде
Өфөгә «Еңеү паровозы» килде

Был көндә Өфө тимер юлы вокзалында тулыһынса байрам атмосфераһы һиҙелә ине: патриотик йырҙар яңғырай, хәрби форма кейгән ир-егеттәр, шар һәм флагтар тотҡан уҡыусылар күренә.

«Еңеү Паровозы» проекты Куйбышев тимер юлы тарафынан ойошторолған һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Состав Өфөгә өсөнсө тапҡыр килә.

Һамар ҡалаһынан ҡуҙғалған “Еңеү паровозы” тәүге туҡталышты Башҡортостандың баш ҡалаһында яһаны. Көн торошо бик ҡыуанырлыҡ булмаһа ла, халыҡ күп ине: хөкүмәт етәкселәре, журналистар, ветерандар, мәктәп уҡыусылары, студенттар, шулай уҡ балалары менән килеүсе ата-әсәләр ҙә шаҡтай ине. Хәрби формалағы ҡыҙҙар килеүселәргә ҡайнар сәй һәм һалдат бутҡаһы тәҡдим итте. Алыҫ 1945 йылдың яҙында фронттан Еңеү һалдаттарын ҡаршылағандай, майҙан гөр килә. Бындағыларҙың барыһын да үҙ иленең тарихындағы бөйөк батырлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо берләштерә.

Тәүге платформаға туҡталған составта туғыҙ вагон ине, уларҙа Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы бронетехника һәм артиллерия орудиелары өлгөләре ҡуйылған. Техника бик күп төрлө ине. Бында броневик та, Т-34-76 танкыһы ла, һәм йөк машиналары һәм Американан алынған амфибия транспортеры ла бар ине. Килеүселәр экспозицияларҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны, легендар локомотив һәм Бөйөк Ватан һуғышы экспонаттары фонында фотоға төштө -  һәр кем тарих биттәрен кирегә әйләндереп, барыһы ла еңеү өсөн, барыһы ла дошманды ҡыйратыу өсөн тип йәшәгән осорға эләккәндәй булды. Машинист вагонына инеү өсөн оҙон сират хасил булды. Ретропоезды шул осорҙағы Ҡыҙыл армияһы яугирҙәре формаһындағы реконструкторҙар оҙата. Улар менән фотоға төшөргә теләүселәрҙән бихисап ине. Малайҙарҙы автомат һәм башҡа ҡоралдар ҡыҙыҡһындырҙы, улар тирҙа үҙ көстәрен һынап ҡараны.

Юлдашым, ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Өфөлә йәшәүсе Роза Малик ҡыҙы һуғыш йылындағы “полуторка” янында фотоға төшөрөүемде һораны. “Атайым фронтта саҡта шундай машинаны йөрөткән”, тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты ул.

Урталағы ҙур булмаған “сәхнә”лә мәктәп уҡыусылары, төрлө ансаблдәр, һәүәҫкәр йырсылар сығыш яһаны. Башҡорт уйын ҡоралдары “Хазина” ансамбленең үҫмерҙәр башҡарыуында “Катюша”, “Башҡорттар китте һуғышҡа” кеүек патриотик рухтағы көй-моңдар яңғырағанда, һәр кем йырға һәм бейеүгә ҡушылды.  

Ә тимер юлы вокзалының алдында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен фронтҡа оҙатыуҙы сағылдырған һәйкәл тора. Ошонан Башҡортостан халҡы илебеҙ азатлығы өсөн фронтҡа киткән, күпме хушлашыу, осрашыу хәтирәләрен һаҡлай был урын. Әлеге көндә яу ҡырында йөрөгән ир-егеттәребеҙҙе лә Еңеү менән тиҙерәк ҡаршы алырға яҙһын ине. 

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

автор фотолары.

Өфөгә «Еңеү паровозы» килде
Өфөгә «Еңеү паровозы» килде
Өфөгә «Еңеү паровозы» килде
Өфөгә «Еңеү паровозы» килде
Өфөгә «Еңеү паровозы» килде
Өфөгә «Еңеү паровозы» килде
Өфөгә «Еңеү паровозы» килде
Өфөгә «Еңеү паровозы» килде
Автор:Гумерова Л
Читайте нас