

Ҡуҙғалаҡтан аш
Аш бешереү өсөн 200 г ҡуҙғалаҡ япрағы, 100 г картуф, 800 мл һурпа, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 һарымһаҡ, петрушка кәрәк. Һарымһаҡтың бер тешен ваҡлап, майҙа ҡыҙҙырырға һәм һурпаға ҡушырға. Шунда уҡ ваҡлап туралған картуфты, ҡуҙғалаҡты өҫтәп, петрушка һалып 15 – 20 ҡайнатырға. Тәменә ҡарап тоҙ, борос өҫтәргә. Өҫтәлгә ҡаймаҡ ҡушып бирергә. Ҡуҙғалаҡ ашын сыр, тауыҡ ите ҡушып та бешерәләр, барыһы ла үҙегеҙҙең фантазияғыҙҙан тора.
Йәнә бер рецепт:
2-3 тотам ҡуҙғалаҡ, 3-4 картуф, 2-3 йомортҡа, ярты стакандан әҙерәк ҡаймаҡ, туңмай, 3 тырнаҡтай һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, борос, ҡорот йә ҡатыҡ кәрәк булыр. Ҡайнап сыҡҡан тоҙло һыуҙа шаҡмаҡлап картуф бешереп, ҡуҙғалаҡ һалабыҙ, туңмайҙы табала иретеп, бер баш һуған турап ҡыҙҙырып, ашҡа өҫтәйбеҙ, борос һибәбеҙ. Аш бешеп сыҡҡас, табынға ҡатыҡ (ҡорот) йә ҡаймаҡ һалып, бешкән йомортҡа менән бирәләр.
Кесерткән ашы
- Бер ус кесерткән япрағы, 3 картуф, 3 йомортҡа, 1 стакан самаһы он, тәменсә тоҙ, борос, ҡаймаҡ, ҡатыҡ кәрәк.
Ҡайнап сыҡҡан тоҙло һыуға картуф турап һалып, ул бешкәнсе онға йомортҡа һытып, ыумас ыуырға ла, болғата-болғата ашҡа һалырға. Кесерткән япрағын яҡшылап йыуып, эҫе һыу менән бешекләгәс, турап, 2 йомортҡаға ҡушып болғатып, ашҡа өҫтәргә. Табынға ҡатыҡ йә ҡаймаҡ менән бирәләр.
Ҡарабойҙай ярмаһы менән кесерткән ашы
Бының өсөн 2 бәрәңге, 1 кишер, 100 грамм йәшел һуған, петрушка, 200 грамм ҡарабойҙай ярмаһы,1 баш ҡыҙыл һуған, 2 аш ҡалағы шыйыҡ май (көнбағыш, зәйтүн майы), 1,5 һыу, 3 киҫәк икмәк, ҡыҙҙырыу өсөн үҫемлек майы алына.
Йәшелсәләрҙе яҡшылап йыуабыҙ ҙа әрсейбеҙ. Бәрәңгене уртаса ҙурлыҡта шаҡмалап турайбыҙ. Һуғанды – ярым түңәрәкләп, кишерҙе биҙәкләп киҫәбеҙ. Петрушка менән йәшел һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ. Кесерткәнде ҡайнар һыуҙа сайҡатабыҙ ҙа эре итеп киҫәбеҙ.
Кәстрүлгә һыу һалып, ҡайнатып сығарабыҙ. Ҡарабойҙай ярмаһын, кишерҙе һалып, ун минут бешерәбеҙ. Был ваҡытта зәйтүн май ыһалынған табала һуғанды ҡыҙҙырып алабыҙ.
Тейешле ваҡыт үткәс, ризыҡҡа ҡыҙҙырылған һуған, бәрәңге һалып, аш әҙерләүҙе дауам итәбеҙ. Ашҡа тоҙ һалабыҙ. Бешеп сығырға ике минут ҡала йәшел тәмләткестәрҙе өҫтәп, көслө утта ҡайнатып алабыҙ. Ашҡа йәшел тәмләткестәрҙең хуш еҫе яҡшыраҡ һеңһен өсөн, уны үҙ йылылығында ун минут тотабыҙ.
Артабан шаҡмалап киҫелгән икмәк киҫәктәрен майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Ашты айырым тәрилкәләргә һалабыҙ, өҫтөнә әле генә әҙерләнгән сохарыйҙы өҫтәп, табынға бирәбеҙ.
Балтырған ашы
1-2 услам балтырғанға 1 йомортҡа, 1 баш һуған, 4-5 картуф, 1 стакан он, тәменсә тоҙ, тәм өсөн ҡаймаҡ, йәшел тәмләткестәр кәрәк.
Кәстрүлгә һыу ҡойоп, картуф турап һалабыҙ. Балтырған, һуған, йәшел тәмләткестәрҙе алдан турап, әҙерләп ҡуябыҙ.
Бер йомортҡаға он ҡушып, ыумас ыуабыҙ. Картуф бешеп сығыр алдынан кәстрүлгә балтырғанды, туралған һуғанды, аҙлап ҡына ыуған ыумасты төшөрәбеҙ. Ашты бер туҡтауһыҙ болғатып торорға кәрәк, бутамаһаң, ыумастың уҡмашып китеүе бар.
Балтырған ашын тәрилкәгә ҡойғас, ҡаймаҡ, йәшел тәмләткестәр өҫтәргә онотмағыҙ. Уны ҡорот менән дә бирергә мөмкин.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне.